Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЭЛЕКТРОТЕХНИКА

Просмотров: 1018

ЭЛЕКТРОТЕХНИКА, электр энергияһын алыу, үҙгәртеү һәм ғәмәлдә ҡулланыу мәсьәләләрен өйрәнгән фән һәм техника тармағы. Идара итеү, телекоммуникация системаларын, электрониканы, электр энергетикаһын һ.б. үҙ эсенә ала. Э. нигеҙендә радиотехника, яҡтыртыу техникаһы, юғары көсөргәнештәр техникаһы, электр сылбырҙары теорияһы, электр машиналары теорияһы, электр приводтары теорияһы һ.б. барлыҡҡа килә һәм үҫешә. Башҡортостанда 20 б. 20‑се йй. Физика институтында ҡыҫҡа электромагнит тулҡындарҙың төрлө технологик процестарға тәьҫире өйрәнелә, еүеш ағасты юғары йышлыҡтағы электр тогы ярҙамында киптереү ысулы, ҡыҫҡа тулҡындарҙа эшләгән радиостанция, электр үлсәү приборҙары һ.б. уйлап табыла. 40‑сы йй. башлап тикшеренеүҙәр — Авиация техник университетында, 50‑се йй. — Нефть техник университетында, 90‑сы йй. Аграр университетта, ғилми‑тикшеренеү ин‑ттарында һәм конструкторҙар бюроһында алып барыла. Ҡабыҙыу системалары, үлсәү үҙгәрткестәре, үлсәү приборҙары, йышлыҡ үҙгәрткестәре (ҡара: Энергия үҙгәрткестәре), микроробототехника өсөн прецизион магнитострикцион һәм пьезоэлектрик приводтар, скважиналарҙы геофизик тикшереү, электромагнит дефектоскопия өсөн приборҙар, авионика, телемеханика саралары, электр двигателдәре, металдарҙы юғары энергия менән эшкәртеү өсөн ҡулайламалар һ.б. уйлап табыла һәм сығарыла. Шулай уҡ ҡара: Приборҙар эшләү, Электр техникаһы сәнәғәте.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора:
Связанные статьи: