Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЭМБРИОЛОГИЯ

Просмотров: 1476

ЭМБРИОЛОГИЯ (гр. embrion яралғы һәм ... логия), аталанғандан алып тыуғанға †— тиклем яралғының барлыҡҡа килеүе һәм үҫеүе (тере бала тыуҙырыусы хайуандар), йомортҡанан сығыу (йомортҡа һалыусы хайуандар), метаморфоз осоро тамамланыу (ҡарышлауыҡ үҫеше стадияһы булған хайуандар) йәки йомортҡа күҙәнәгендәге туҡланыу материалы запасы иҫәбенә туҡланыуҙан туҡталыу законлыҡтарын өйрәнгән фән. Э. мөһим аспекттары: бөтә эмбриональ үҫештең морфогенетик процестарын (эмбриогенез), туҡымалар үҫешенең сығанаҡтарын һәм механизмдарын (эмбриональ һәм эмбриондарҙан тыш гистогенез), ағзаларҙы (органогенез) һәм организм системаларын өйрәнеү. Э. дөйөм, сағыштырма, эволюцион, эксперименталь төрҙәргә айырыла.

Кеше Э. Эмбриогенездың аталандырыуҙың төрлө ысулдарын үҙ эсенә алған экстракорпораль аталандырыу; эмбриондарҙы, ооциттарҙы, сперматозоидтарҙы, күкәй һәм түллек биҙе туҡымаларын криоконсервациялау; имплантацияалдынандиагностикаүткәреү; клонлаштырыу йүнәлештәре айырыла. Башҡортостанда Күҙ һәм пластик хирургия үҙәгендә Э.Р. Мулдашев етәкс. төрлө ауырыуҙарҙы аллоплант ҡулланып дауалау, Медицина университетында В.М. Тимербулатов етәкс. трансплантологияла һәм хирургияла күҙәнәктәр терапияһы ысулдары эшләнә һәм камиллаштырыла. Ө.Р.Хәмәтйәнов етәкс. ҡатын‑ҡыҙҙа эмбрионды аналыҡ эсенә күсереү алымы м‑н экстракорпораль аталандырыуҙан һуң йөклөлөктө һәм бала тыуҙырыуҙы алып барыу ысулдары камиллаштырыла. Респ. перинаталь үҙәгендә (ҡара: Медицина үҙәктәре) экстракорпораль аталандырыу процедураһы 2006 й. алып үткәрелә: 2007 й. респ. тәүге өс игеҙәк тыуа. “Ғаилә” медицина үҙәгендә (Өфө) 2010 й. имплантация алдынан диагностика үткәреү программаһы б‑са эмбрионды селектив күсереү (нәҫелдән килгән патологияны булдырмаған) һөҙөмтәһендә тәүге йөклөлөк теркәлә, криоконсервацияланған эмбрионды күсереп ултыртыу һөҙөмтәһендә тәүге бала донъяға килә (Д.С. Громенко).

Хайуандар Э. Эмбриология мәғлүмәттәре малсылыҡта һәм ветеринарияла хайуандарҙы яһалма ҡасырыу, күп үрсемлелекте стимуллаштырыу, эмбриондарҙы күсереп ултыртыу һ.б. осраҡтарҙа ҡулланыла. Башҡортостанда Аграр университетта 20 б. 50‑се йй. алып көйшәүсе хайуандар эмбриондарының биҙҙәре (З.Н. Варфоломеева һ.б.), 80‑се йй. — һыйыр малы эмбриогенезында периферик нервы системаһы (Г.Р.Зәкиева, Ғ.Р. Шакирова), һыйыр малының һәм ҡоштарҙың мускул туҡымалары (З.Б.Ишмәева, Ә.Ғ.Маннапов), һыйыр малында яралғы үҫешенең тоҡом үҙенсәлектәре (Н.Г.Кутлин, Н.Г.Фенченко); 21 б. башынан һыйыр малы эмбриондарының нормала һәм тыумыштан килгән патологияла үрсеү ағзалары (Е.Н. Сковородин), тауыҡ эмбриондарының нормала һәм монохроматик яҡтыртыу тәьҫирендә үрсеү ағзалары үҫеше (Р.Ю. Хохлов) өйрәнелә. Ауыл хужалығы институтында 20 б. 80‑се йй. алып һыйыр малы эмбриондарын трансплантациялау (М.Т.Баҡыев, Г.С. Ми­шуковская, И.Х.Хәбибуллин, В.М. Шириев), онтогенезда ҡара‑сыбар тоҡом һыйыр малының продуктив һәм технологик сифаттары формалашыуын, организмдың индивидуаль үҫеше осорҙарының биол. нигеҙҙәрен (Фенченко, Н.И.Хәйруллина) өйрәнеү б‑са эштәр алып барыла. БР‑ҙың ҡайһы бер хужалыҡтарында а.х. хайуандарының эске тоҡомлолоғон яҡ­шыртыу маҡсатында эмбриондарҙы юғары продуктив тоҡомло һыйырҙарҙан күсереп ултыртыу ҡулланыла (Ҡырмыҫҡалы р‑нының “Алатау” агросәнәғәт хужалығы ЯСЙ, Дүртөйлө р‑нының 157‑се ПУ ҒПБ һ.б.).

Х.Х.Мырҙабаев, Е.Н.Сковородин, Р.Т.Сөләймәнова

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора:
Связанные статьи: