Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ОРО БӘШМӘК

Просмотров: 1104

ОРО БӘШМӘК, а ғ а л а, ҡ а й ы н б ә ш м ә г е, базидиомицеттар класының ҡыу бәшмәктәр ғаиләһенәҡараған ҡыя ҡыу бәшмәктең (Inonotus obliquus) үрсемһеҙ паразит формаһы. Башлыса Төньяҡ ярымшарҙың уртаса бүлкәтендә төньяҡ һәм урта һыҙатта таралған. Ерек, ҡайын, миләш, саған кеүек киң япраҡлы ағастарҙың олононда (аҫҡы һәм урта өлөшөндә) үҫә. Ағастарға ҡыя ҡыу бәшмәктең базидиоспоралары ҡабығы кимтелгән урындан эләгә. Спора мицелийға әүерелә һәм ағасҡа үтеп инеп, уны яйлап ҡаҡшата. О.б. диам. 50 см, ауырлығы 5 кг еткән ике оро рәүешендә үҫә. Тышы ҡара төҫтә, ҡаты суғырмаҡлы, ярғыланған; эсе көрән төҫтә, ағас һымаҡ. Ҡыу бәшмәктең спора бирергә һәләтле емешлек тәне ағас һәләк булғандан һуң, О.б. ҡапма-ҡаршы яҡта олон ҡабығы аҫтында барлыҡҡа килә. БР‑ҙа башлыса Башҡортостан (Көньяҡ) Уралының көнсығыш итәгендәге дымлы урмандарҙа һәм Башҡортостандың Урал аръяғында Һаҡмар й. буйындағы ҡайын-уҫаҡ урмандарында йыш осрай. О.б. составында агарицин к‑таһы, алкалоидтар, ыҫмалалар, тритерпеноидтар, флавоноидтар һ.б. биологик актив матдәләр бар, медицинала ҡулланыла. Ағас олононда аҡ серек ауырыуын тыуҙыра.

С.С.Хәйретдинов

Тәрж. Г.А.Миһранова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019
Связанные статьи: