Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ҠЫУ БӘШМӘКТӘР

Просмотров: 957

ҠЫУ БӘШМӘКТӘР, базидиомицеттар класының афиллофор һымаҡтар һәм фомитопсид һымаҡтар тәртибенә ҡараған ғаиләләрҙең даими булмаған төркөмө. Яҡынса 600 төрө билдәле, киң таралған. БР‑ҙа бер нисә тиҫтә төрө бар. Бер йәки күп йыллыҡ организм. Ауырлығы 10 кг еткән емешлек тәндәре итләс, ҡалын тиресәле, ҡаты, йәйенке (оҙонлоғо 1,5 м тиклем), йәйенке-ҡайтармалы, ултырма (диам. 0,5—70 см) йәки эшләпәле һәм һаплы; 2 аҙнанан алып 25 йылға тиклем үҫә. Туҡымаһы йомшаҡ ярылы, кигермәкләнгән йәки ағасланған, ҡайһы берҙә ике ҡатлы (өҫкө ҡатламы йомшаҡ, кәүшәк, аҫҡыһы — көпшәләргә тоташҡан, желатин һымаҡ йәки унан ҡатыраҡ); төҫө аҡтан алып көрәнгә тиклем, һирәгерәк ҡыҙыл, ҡыҙғылт һары, ал йәки һарғылт төҫмөрлө. Гифтары нескә, диам. 2—5 мкм, төҫһөҙ, арҡыры бүлкәле (септаланған мицелий), ҡайһы берҙә көрәнһыу төҫтә, күп һанлы таралғылы. Гименофоры бер, күп ҡатламлы, көпшә һымаҡ, һирәк осраҡта лабиринт йәки пластинка рәүешендә. Базидиялары башлыса суҡмар, һирәкләп кәрәҙ һымаҡ, айырылмаған, бүлкәһеҙ. Вегетация осоро буйына (өҙөклөк м‑н) барлыҡҡа килеүсе базидиоспоралар ярҙамында экзоген рәүештә дүрт, ҡайһы берҙә ике споралы базидияларҙа үрсей. Башҡортостанда ысын Ҡ.б., сыбар Ҡ.б., көкөрт һары Ҡ.б., ҡыйыш Ҡ.б., йәки оро бәшмәк, һ.б. осрай. Ҡ.б. ағаста, ҡайһы бер төрө тупраҡта үҫә. Ағастарҙы һәләк итә, лапыны һәм эшкәртелгән ағасты зарарлай. Ҡайһы бер Ҡ.б. (ябай бауыр бәшмәге, сыбар Ҡ.б., көкөрт һары Ҡ.б.) — ашарға яраҡлы бәшмәктәр. Оро бәшмәк медицинала, ысын Ҡ.б. декоратив әйберҙәр яһау өсөн ҡулланыла.

С.В.Кучерова

Тәрж. Г.А.Миһранова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019
Связанные статьи: