Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

СӘКСӘК

Просмотров: 1992

СӘКСӘК, башҡорт аш‑һыуының традицион аҙығы. Йомортҡаға баҫылған йомшаҡҡамырҙан әҙерләнә. Ҡамыр киҫәктәрен мул итеп иретелгән майҙа йәки эс майында (туң май) бешереп алалар, бал йәки шәкәр иретмәһе м‑н бутайҙар һәм матурлап өйәләр. Байрам С. ҡайһы берҙә еләк ҡағы м‑н биҙәйҙәр. Бишек туйы, исем ҡушыу, кәкүк сәйе, ҡарғатуй, һабантуй, һырғатуй һ.б. байрам һәм йолалар үткәргәндә сәй м‑н бергә бирелә, туй йолаларында айырым урын биләй, туй күстәнәстәренең береһе иҫәпләнә. Ҡайһы бер төрки, монгол һәм фин‑уғыр халыҡтары аш‑һыуында таралған.

Э.В.Миһранова

Тәрж. М.В.Хәкимова

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 15.12.2022