Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ҮПКӘ ЭМФИЗЕМАҺЫ

Просмотров: 893

ҮПКӘ ЭМФИЗЕМАҺЫ, үпкәләрҙең патологик торошо, һауа арауығының сикке бронхиолаларҙан алыҫта киңәйеүе һәм артабан альвеола стенкаларының деструктив үҙгәреүе м‑н ҡылыҡһырлана; хроник обструктив үпкә ауырыуының бер сағылышы. Патогенезы б‑са Ү.э. беренсел (тыумыштан һәм нәҫелдән килгән) һәм икенсел (хроник обструктив бронхиттан һуң өҙлөгөүҙән үҫешә), патологик процестың урыны б‑са — диффуз, сикле һ.б. төрө айырыла. Ү.э. үҫешенә тәмәке тартыу, сәнәғәт аэрозолдәре тәьҫире, тын юлдарының инфекцион ауырыуҙары, тыумыштан α1‑антитрипсины етешмәү һ.б. булышлыҡ итә. Төп симптомдары: физик хәрәкәт ваҡытында тын ҡыҫылыуының көсәйеүе, аҙ лайлалы ҡаҡырыҡ м‑н йүтәлләү. Диагностика өсөн клиник, инструменталь (рентгенологик, тышҡы тын алыу функциялары) һәм лаб. тикшереү мәғлүмәттәре ҡулланыла. Дауалау: медикаментоз, кислород терапияһы, тын алыу гимнастикаһы, хирургик, шифахана‑курорттар. Ихтимал булған өҙлөгөүҙәр: тын алыу һәм үпкә‑йөрәк етешмәүсәнлеге, ҡапыл башланған пневмоторакс. Иҫкәртеү: хеҙмәт гигиенаһы, хроник обструктив бронхитты иҫкәртеү һ.б. Башҡортостанда үпкәнең хроник обструктив ауырыуҙары б‑са фәнни тикшеренеүҙәр БДМУ‑ла 20 б. 70‑се йй. башлап алып барыла: бронхоэктазия ауырыуы ваҡытында микрофлора (У.А.Алексеев, М.Ғ.Ғимранов), сәнәғәт пр‑тиелары эшселәре һәм төрлө сәбәптәр б‑са эшләмәгән кешеләр араһында Ү.э. үҫеү сәбәптәре (З.Ш.Заһиҙуллин, Ш.З.Заһиҙуллин, Э.Р.Исхаҡов, А.Я.Крюкова), оксидант—антиоксидант системаһында клиник-биохимик боҙолоштар (Т.М.Ильясова, Ф.Х.Камилов), тромбоциттарҙа липидтарҙың перекислы окисланыуы һәм ҡан тамырҙарында тромбоцитар гемостаз (Э.Р.Камаева, Г.Х.Мирсаева) өйрәнелә; бактериаль һәм микотик сенсибилизацияның характерына бәйле иммунитеттың үҙенсәлектәре (В.И.Никуличева, О.О.Михалева), ирекле радикал окисланыу күрһәткестәре (Р.Р.Фәрхетдинов, У.Р.Фәрхетдинов), бронхы‑үпкә системаһының функциональ торошо, кардиореспиратор вариабеллеге (М.С. Арыҫланова, Р.Х.Зөлҡәрнәев) тикшерелә; ауырыуҙарҙы дауалау (С.А.Коликова, Ш.У.Фәрхетдинов) һәм реабилитациялау (В.Л.Нәзифуллин, Р.В. Әхмәҙуллин) ысулдары камиллаштырыла.

Ш.З.Заһиҙуллин

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора: