Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЭНДОКРИНОЛОГИЯ

Просмотров: 981

ЭНДОКРИНОЛОГИЯ (гр. endon — эстә, krino — бүләм һәм ...логия), эндокрин системаһы † ағзаларының төҙөлөшөн һәм функцияһын, улар тарафынан эшләп сығарылған гормон­дарҙы, ш. уҡ эндокрин ауырыуҙарҙы өйрәнгән клиник медицина өлкәһе. 20 б. 30‑сы йй. Башҡортостанда боғаҡ ауырыуының респ. таралышы (А.М.Агаронов, А.С.Альтшуль, И.В.Данилов); 50‑се йй. Медицина университетында шәкәр диабетын дауалау һәм ауырыуҙарҙы диспансерлаштырыу проблемалары (С.В.Базанова, И.А.Дайнеко, Ф.Г.Дилмөхәмәтова һ.б.), 70—80‑се йй. ҡалҡан биҙе ауырыуҙарын диагностикалау һәм дауалау ысулдары (А.В. Белюшин, Р.У.Ишмөхәмәтов, И.Ғ.Рәхмәтуллин), шәкәр диабеты м‑н ауырығандарҙың иммунологик үҙенсәлектәре (Т.В.Моругова), балаларҙа шәкәр диабетының биохимик һәм патогенетик үҙенсәлектәре тикшерелә, эндокрин патологиялы балаларҙы шифахана‑курорттарҙа (Р.Ғ.Йәнекәев), шәкәр диабеты м‑н ауырығандарҙы “Красноусол” шифаханаһында дауалау (Р.Т.Рахманова) б‑са тәҡдимдәр эшләнә. 1997—2002 йй. БР‑ҙа йод дефициты эпидемиологияһы өйрәнелә, балаларҙа һәм ауырлы ҡатындарҙа уны иҫкәртеү б‑са ғәмәли тәҡдимдәр эшләнә (О.А.Малиевский, Е.М. Степанова). БДМУ‑ла Биохимия һәм ге­нетика ин‑ты м‑н берлектә шәкәр диабетының, БР халыҡтары популяцияһы араһында адреногениталь синдромдың (Малиевский, Моругова, Э.К.Хөснөтдинова) клиник һәм молекуляр‑генетик үҙенсәлектәре, Респ. балалар клиник дауаханаһы һәм Респ. перинаталь үҙәге хеҙм‑рҙәре м‑н берлектә тыумыштан булған гипотиреоз һәм бөйөр өҫтө биҙҙәре ҡабы­ғының дисфункцияһы клиникаһы, неонаталь скрининг һөҙөмтәлелеге тикшерелә. Шулай уҡ ҡара: Эндокрин ауырыуҙар.

Т.В.Моругова

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора:
Связанные статьи: