Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЭНЕРГЕТИКА

Просмотров: 1273

ЭНЕРГЕТИКА, 1) энергетика ресурстарын сығарыу һәм күсереү, электр һәм йылылыҡ энергияһын етештереү, энергосистемаларҙы хеҙмәтләндереү һәм ремонтлау б‑са пр‑тиелар­ҙы берләштергән яғыулыҡ‑энергетика комплексы.

2) Төрлө энергия төрҙәрен алыу, үҙгәртеү, тапшырыу, бүлеү һәм файҙаланыу мәсьәләләрен өйрәнгән фән һәм техника бүлеге. Электр энергетикаһы һәм йылылыҡ менән тәьмин итеү айырыла. Электр энергияһы сығанаҡтары — йылылыҡ, атом электростанциялары һәм гидроэлектростанциялар. Шулай уҡ Э. альтернатив төрҙәре (био‑, ел, водород, гелий, геотермаль һ.б.) үҫешә. Электр һәм йылылыҡ энергияһын ҡатнаш етештереүҙе йылылыҡ электр үҙәктәре тәьмин итә. Энергияны бер төрҙән икенсе төргә үҙгәртеү энергия үҙгәрт­кестәрендә башҡарыла. Йылылыҡ энергияһы энергия сығанаҡтарынан ҡулланыусыларға — йылылыҡ селтәрҙәре; электр энергияһы электр селтәрҙәре ярҙамында күсерелә. Баш­ҡортостанда тәүге электростанциялар 19 б. аҙ. төҙөлә. Төбәктә Э. үҫеше 20 б. 20‑се йй. Рәсәйҙе электрлаштырыу планын (ҡара: ГОЭЛРО) тормошҡа ашырыу барышында тиҙләтелә. 1931 й. Өфөлә респ. тәүге ТЭЦ төҙөлә. 1958 й. БАССР‑ҙың энергосистемаһы СССР‑ҙың Берҙәм электр энергияһы системаһына инә. 50‑се йй. аҙ. 3‑сө Өфө ТЭЦ‑ы баш инженеры (ҡара: Өфө ТЭЦ‑тары) Ф.А. Липинский тарафынан юғары көкөртлө мазутты яндырыу өсөн аҙ сығымлы горелка уйлап табыла. 60‑сы йй. башында Күмертау ТЭЦ‑ында түбән сортлы һоро күмерҙе яндырыу технологияһы эшләнә. 80‑се йй. “Мотор” ҒПП‑нда ӨАИ м‑н берлектә газ турбиналы ҡулайламалар уйлап табыу б‑са эштәр башлана. 90‑сы йй. “Ветроэн” ҒПБ‑нда (Өфө) ел‑энергетика ҡулайламалары сығарыла. 20 б. аҙ. алып респ. бәләкәй ГЭС‑тар төҙөү программаһы тормошҡа ашырыла. РФ‑та етештерелгән электр энергияһының дөйөм күләмендә БР‑ҙың сағыштырма өлөшө яҡынса 2,3% (2009). Республикала электр һәм йы­лылыҡ энергияһын төп етештереүсе — “Башкирэнерго” ААЙ. Электр энергияһының яҡынса 97%‑ын йылылыҡ электростанциялары, яҡынса 3%‑ын ГЭС‑тар етештерә. Электр энергияһын төп ҡулланыусылар — сәнәғәт һәм торлаҡ‑коммуналь хужалыҡ пр‑тиелары (80%), йылылыҡ энергияһын — торлаҡ‑коммуналь хужалыҡ, химия һәм нефтехимия сәнәғәте пр‑тиелары (70%). Республикала автоном бензинда эшләгән бәләкәй электр станцияларын, газ турбиналы ҡулайламалар, ҡаҙандар, бүлеү трансформаторҙарын, энергия счётчиктарын һ.б. сығарыу үҙләштерелә (ҡара: Электр техникаһы сәнәғәте).

Э. өлкәһендәге тикшеренеүҙәр БДАУ‑ҙа, ӨДАТУ‑ла һәм ӨДНТУ‑ла алып барыла. Э. объекттарын проектлау һәм экспертизалау “Башэнергопроект” ЯСЙ (Өфө) тарафынан баш­ҡарыла. Э. өлкәһендәге белгестәр БДАУ‑ҙа, ӨДАТУ‑ла, ӨДНТУ‑ла һәм Яғыулыҡ‑энергетика колледжында әҙерләнә.

Әҙәб.: Садретдинов М.Г., Шуганов Ю.М. ...Плюс электрификация. Уфа, 1984; Абдурашитов Ш.Р. Общая энергетика. 2‑е изд., перераб. и доп. Уфа, 2006.

Ш.Р.Әбдерәшитов

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019