Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЭНЕРГИЯ ҮҘГӘРТКЕСТӘРЕ

Просмотров: 1246

ЭНЕРГИЯ ҮҘГӘРТКЕСТӘРЕ, энергияның бер төрөн энергияның икенсе төрөнә үҙгәрткән техник ҡоролмалар. Механик энергияны электр энергияһына һәм киреһенсә үҙгәртеү электр машиналары, йылылыҡ энергияһын механик энергияға — поршенлы йәки роторлы ысул (мәҫ., йылылыҡ электростанцияларының газ һәм пар турбиналары), гидравлик энергияны ме­ханик энергияға үҙгәртеү ГЭС‑тарҙың актив (һыуҙың динамик баҫымын файҙалана) һәм реактив (һыуҙың статик баҫымын ҡуллана) турбиналары ярҙамында башҡарыла. Э.ү. халыҡ хужалығының бөтә тармаҡтарында, башлыса машиналар эшләүҙә һәм энергетикала ҡулланыла. Башҡортостанда 20 б. 60‑сы йй. алып “Вихрь” ғилми конструкторлыҡ‑технология бюроһында (Ю.М.Гусев, А.А.Шуляк) металл эшкәртеүҙә ҡулланылған ҡеүәтле ярымүткәргес йышлыҡ үҙгәрткестәре уйлап табыла һәм етештерелә. ӨАИ‑ла 70—80‑се йй. электромеханик Э.ү. уйлап сығарыла (Ю.В.Афанасьев, Ф.Р.Исмәғилев, И.Х.Хәйруллин); “Энергия” ҒПБ (Королёв ҡ.) м‑н берлектә йыһан аппараттарының бәрелеү энергияһын (тоташыу ваҡытында) йылылыҡ энергияһына үҙгәртеү өсөн электромагнит демпферҙар; ӨАПБ м‑н берлектә — дөйөм сәнәғәт һәм көнкүреш тәғәйенләнештәге, ш. уҡ сәнәғәтте шартлауҙан һаҡланған электр ҡорамалдары м‑н йыһазландырыу өсөн электромеханик Э.ү. (асинхрон һәм синхрон двигателдәр) уйлап табыла һәм етештереүгә индерелә (Афанасьев); ҡаргиҙәрҙәрҙең тоҡандырыу системалары өсөн контактһыҙ генераторҙар эшләнә (Т.Р.Тереғолов).

В.Г.Гусев, Т.Р.Тереғолов

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019