Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЭПИСТОЛЯР ӘҘӘБИӘТ

Просмотров: 1111

ЭПИСТОЛЯР ӘҘӘБИӘТ, берәй кешегә яҙма мөрәжәғәт итеү формаһын ҡулланған әҫәрҙәр, персонаждарҙың ысын йәки уйҙырма хаттарынан төҙөлгән, уҡыусыларҙың киң даирәһенә тәғәйенләнгән (йәки уның ҡаҙанышына әйләнгән) художестволы йәки публицистик текст. Әгәр автор лирик герой ролендә сығыш яһаһа, нәфис Э.ә. лирика үҙенсәлектәренә эйә була: күңел кисерештәрен асып биргән хат, хат‑мөрәжәғәт һ.б. Хикәйәләүгә ҡоролған эпистоляр әҫәрҙәр эпик төргә ҡарай: хаттарҙан торған роман, повесть, хат‑хикәйә һ.б. Башҡорт әҙәбиәтендә эпистоляр ҡомартҡылар Урта быуаттарҙа барлыҡҡа килә. Был әҫәрҙәр дәүләттең юғары вазифалы кешеләренә, чиновниктарға һ.б. мөрәжәғәт иткән хаттарҙан тора: рәхмәт хаттары (мәҫ., башҡорттарҙың Иван IV хаты), ғаризнамә (ҡара: “Батыршаның батшаға яҙған хаты”), шикәйәтнамә [мең ҡәбиләһе башҡорттарының аҫаба ер биләү мәсьәләләре б‑са батша Алексей Михайловичҡа хаты (1671); ауыр иҡт. хәл, милли ҡыҫырынҡылыҡ т‑да Пётр хат‑ялыу (1706); Өфө өйәҙе башҡорттарының власть вәкилдәре яғынан ҡыҫырыҡлауҙар т‑да Пётр II хаты (1728) һ.б.], Салауат Юлаевтың Крәҫтиәндәр һуғышындағы (1773—75) проблемаларҙы асып биргән хат‑мөрәжәғәттәре; Уложенный комиссия деп. Баҙарғол Юнаев һәм Туҡтамыш Ишбулатовтың ер, иҡтисад,сауҙа, мәғариф һ.б. т‑дағы мәсьәләләр м‑н наказдары (1767); башҡорт казак ғәскәрҙәренең сик хеҙмәтенә алыу, кесе һәм өлкән командирҙарҙың эш хаҡы т‑да Екатерина II хаты (1793) һ.б. 20 б. башында хитап жанры киң танылыу ала. 20—30‑сы йй. эпистоляр форма агитацион‑публицистик шиғриәттә — Б.Бикбай, М. Ғафури, Ғ.Ғүмәр, Б.Ишемғол, Ғ. Әмири шиғырҙары, С.Ҡудаштың “Хат” (1930) поэмаһы һ.б.; прозала — Б.Ишемғол, Т.Йәнәби, И.Насыри нә­ҫерҙәре һ.б. — осрай. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында эпистоляр форма Б.Бикбай, Ә.Вәли,

Ҡ.Даян, С. Кулибай, М.Кәрим, М.Харис һ.б. шиғырҙарында, Р.Ниғмәти поэмаларында; һуғыштан һуңғы һәм хәҙ. әҙәбиәттә күбеһенсә шиғри жанрҙар булараҡ Ҡ.Аралбай, Ә.Ҡ.Атнабаев, Х. Ғиләжев, М.Ғәли, И.Л.Кинйәбулатов, Ф.Т.Күзбәков, Х.Назар, Р.С. Назаров, Н.Нәжми, Ғ.Й.Рамаҙанов, Р.Ә. Сафин, Р.Түләк, З.М.Ханнанова, Р.М.Хисаметдинова, Х.Х. Юлдашев, Г.Юнысова һ.б. ижадында урын ала. Э.ә. әҫәрҙәре араһында Р.Т. Бикбаевтың “Халҡыма хат” (1982) шиғри мөрәжәғәте, Р.Й.Ғариповтың “Ама­нат” (1969) ҡобайыры мөһим урында тора.

М.Х.Иҙелбаев

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора:
Связанные статьи: