Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЙЫЛҠЫ БОРСАҒЫ

Просмотров: 1052

ЙЫЛҠЫ БОРСАҒЫ (Onobrychis), ҡуҙаҡлылар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. 130‑ҙан ашыу төрө билдәле, Евразияла һәм Африкала таралған. Башҡортостанда 2 төрө үҫә: ғәҙәти, йәки кәрешкә япраҡлы Й.б. һәм ҡомлоҡ Й.б. Күп йыллыҡ үләндәр. Һабаҡтары төҙ, күтәрелеүсән, тармаҡлы, яҡшы япраҡланған (яҡынса 40%‑ы), бейеклеге 50—100 см. Япраҡтары ҡауырһын һымаҡ, ишһеҙ, 6—12 ҡапма‑ҡаршы урынлашҡан ҡуш япраҡсалы. Сәскәләре алһыу‑ҡыҙыл төҫтә. Сәскәлеге — тәлгәш, оҙонлоғо 3—20 см. Май уртаһында — июнь аҙағында сәскә ата. Емеше — 6—12 мм ҙурлыҡтағы бер орлоҡло эре ҡуҙаҡ. Урман ситендә, тау битләүендә, йылға үҙәнендә үҫә. Баллы һәм мал аҙығы үҫемлеге. БР‑ҙа ике төрө лә культураға индерелгән. Ғәҙәти Й.б. 1000 орлоғоноң ауырлығы 7—15 г, ҡомлоҡ Й.б. — 11—15 г. Ғәҙәти Й.б. йомшаҡ карбонатлы тупраҡта яҡшы үҫә, артыҡ дымлы булған әсе тупраҡты, ер аҫты һыуҙарының яҡын ятыуын яратмай; мезофит. Ҡомлоҡ Й.б. ҡара тупраҡта яҡшыраҡ үҫә, әсе тупраҡҡа сыҙамлы, ҡоролоҡҡа һәм һыуыҡҡа бирешмәй. Ике төрҙөң дә культураһы бесәнлек‑көтөүлек, бер сабымлыҡ тибында, үҫемлектәр яҙғыһын дәррәү үҫеп сыға. Й.б. баҫыу, мал аҙығы һәм тупраҡ һаҡлаған сәсеү әйләнештәрендә үҫтерәләр. Мал аҙығы сәсеү әйләнештәрендә төп элгәрҙәре — иген культуралары һәм мал аҙығы тамыраҙыҡтары. Иртә яҙҙа сәсәләр. Мал аҙығы өсөн рәт ысулы м‑н сәсеү нормаһы 60—80 кг/га, сәсеү тәрәнлеге 3—4 см. Ғәҙәти Й.б. уңдырышлылығы (ц/га): йәшел масса — 80—200, бесән — 20—50, орлоҡ — 4—6; ҡомлоҡ Й.б. — 120—230, 30—50, 4—10; сәсеү осоронда 100 кг йәшел массала 20—22 мал аҙығы берәмеге, 3,1 кг үҙләштерелеүсе протеин бар (Миловка уҡытыутәжрибә хужалығы, 1986—90). Й.б. тәбиғи мал аҙығы ерҙәрен яҡшыртыу, сабынлыҡтар һәм көтөүлектәр яһау, йәшел мал аҙығы һ.б. өсөн ҡулланалар. Й.б. селекцияһын һәм агротехникаһын эшләү б‑са фәнни тикшеренеүҙәр 1986 й. алып Аграр университетта (И.Ю. Кузнецов, С.Н.Надежкин һ.б.) һәм Ауыл хужалығы институтында (Р.З.Ғәлимуллин, Ғ.Ҡ.Зарипова, З.М.Шәрипҡолова һ.б.) үткәрелә. Ғәҙәти Й.б. — башлыса көньяҡ урмандала зонаһында, ҡомлоҡ Й.б. Урал аръяғы дала зонаһында, Урал алды дала зонаһында үҫтерелә. БР б‑са респ. селекционерҙары тарафынан сығарылған Песчаный 21, Песчаный 22 сорттары ҡулланылышҡа индерелгән.

Әҙәб.: Надежкин С.Н. Многолетние кормовые растения. 2‑е изд., перераб. и доп. Уфа, 2003.

И.Ю.Кузнецов, С.Н.Надежкин

Тәрж. Г.А.Миһранова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019
Связанные темы рубрикатора:
Связанные статьи: