Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЭСТРАДА МУЗЫКАҺЫ

Просмотров: 1768

ЭСТРАДА МУЗЫКАҺЫ, киң аудиторияға күңел асыу өсөн тәғәйенләнгән музыка сәнғәте төрө.

Башҡортостанда эстрада мәҙәниәте формалашыуына урындағы артистарҙың һәм танылған йырсыларҙың, инструменталистарҙың, драма труппаларының концерттары, Волковтар, Пекарскийҙар, Тимашевтар һ.б. имениеларында крепостной һәм ялланған музыканттарҙан торған оркестрҙар, хәрби оркестрҙар, ш. иҫ. Өфө губерна батальоны оркестры (1860—70, художество етәксеһе Р.Г. Игнатьев), сығыштары, өйҙә музыка м‑н шөғөлләнеү традициялары, Д.Н. Севастьянов түңәрәгенең (19 б. 70‑се йй. алып), Йыр, музыка һәм драма сәнғәтен һөйөүселәр йәмғиәтенең һ.б. әҙәби‑муз. кисәләре булышлыҡ итә. Уларҙың программаларына оперетталар һәм водевилдәрҙән өҙөктәр, төрлө бейеү‑көнкүреш музыка төрҙәре, йырҙар, марштар, классик оркестр әҫәрҙәренән, операларҙан, балеттарҙан популяр фрагменттар инә.

Революциянан (1917) һуң фабрика һәм заводтарҙа һәүәҫкәр хор түңәрәктәре (ҡара: Хор музыкаһы) барлыҡҡа килә, күмәк йырҙың әһәмиәте арта. 20‑се йй. аҙ. — 30 йй. башында театр коллективтарының яңы формалары барлыҡҡа килә, улар опера һәм оперетталарҙан фрагменттар башҡара. С.Ғәбәши, Х.К.Ибраһимов, Т.Ш.Кәримов, И.В.Салтыков, А.Г. Тихомиров һ.б. етәкс. хор коллективтары актив концерт эшмәкәрлеге алып бара. Ҡыҙыл армия йорто эргәһендәге йыр һәм бейеү ансамбле (1934; етәксеһе Ибраһимов) сығыштары ҙур популярлыҡ яулай. 40— 50‑се йй. М.М.Вәлиев, Х.Ш.Заимов, З.Ғ. Исмәғилев, Т.Ш.Кәримов, Р.Ә. Мортазин, К.Й.Рәхимов, Р.В.Сәлмәнов, Х.Ф.Әхмәтовтың тәүге инструменталь пьесалары, оркестр өсөн бәләкәй әҫәрҙәре, бейеү сюиталары, музыкаль миниатюралары, хореографик миниатюралары барлыҡҡа килә. Әҫәрҙәренең муз. теле совет композиторҙарының яңы интонацияларын һәм ритмдарын үҙ эсенә ала. 60‑сы йй. башҡорт музыкаһы электрон‑акустик эффекттарҙы һәм ҡоралдарҙы ҡулланып заман интонациялары, ритмдары һәм тембрҙары м‑н байытыла башлай. Т.Ш.Кәримовтың эстрада йырҙары, инструменталь миниатюралары, театр өсөн музыкаһы барлыҡҡа килә, улар сағыу образлылыҡ, моңло көй м‑н айырылып тора. 1962 й. ул камера инструменталь ансамбле — эстрада квартеты ойоштора һәм уның өсөн респ. Э.м. үҫешенә йоғонто яһаған “Йәштәр сюита”һын һ.б. әҫәрҙәрҙе ижад итә. Башҡорт филармонияһында башҡорт йыр эстрадаһы коллективтары барлыҡҡа килә: “Өфө уттары” (етәксеһе Н.Ғәлиев, солисы — М.И.Ғәлиева), Б.М.Ғайсин етәкс. муз. ансамбль (солисы — Ф.Й.Ҡудашева). Ф.Х. Бикбулатов, Ф.С.Ғафаров, Ғ.М. Әбделмәнов һ.б. сығыштары популяр була. Шулай уҡ Э.м. театр музыкаһына һәм музыкаль комедияға йоғонто яһай.

1970 йй. алып эстрада‑джаз стилистикаһы элементтары акад. музыка жанрҙарында ҡулланыла башлай (“Айгөл иле” балеты). А.Т.Кәримов (“Ирәндек” ансамбле етәксеһе, 1970 — 76) башҡорт эстрада музыкаһына буги‑вуги, танго, вальс‑бостон ритмдарын индерә һәм уның интонация‑жанр диапазонын киңәйтә. Р.М.Хәсәновтың йыр ижады башҡорт муз. фольклоры, урыҫ романсы, совет күмәк йыры традицияларын, ш. уҡ джаз һәм рок стилистикаһын берләштереү м‑н айырылып тора.

80—90‑сы йй. акад. һәм эстрада‑джаз музыкаһы формалары һәм жанрҙары синтезы дауам ителә (Р.Х.Ғәзизовтың эстрада‑симфоник оркестр өсөн концерты, пьесалары, камера ансамбле өсөн “Лирик сюита”һы һ.б. әҫәрҙәре). Бөтә Союз (1985) һәм Бөтә Рәсәй (1987) эстрада музыкаһы байрамдары, “Ағиҙел” эстрада йырҙарын башҡарыусылар конкурсы (1990) үт­кәрелә.

20 б. аҙ. — 21 б. башында Ғәзизов, С.Ә.Низаметдинов, А.Д.Хәсәншин, Д.Д.Хәсәншин мюзиклдар һәм рок‑опералар ижад итә. Н.Ә.Дауытов, Низаметдинов, Р.Х. Сәхәүетдинова­ның эстрада йырҙары, А.К. Березовский, А.Х.Ғабдрахманов, Р.Р. Йыһанов, В.М.Скобелкин, И.И. Хисаметдиновтың Э.м. милли классикаға әйләнә.

Л.Р.Букеева, Р.А.Гәрәев, Г.С. Родионов, А.Ә.Солтанова Сочи ҡ. үткәрелгән Бөтә Рәсәй совет йырҙарын башҡарыусылар, “Юрмала” Бөтә Союз эстрада йырҙарын йәш башҡарыусы­лар телевизион конкурстарында ҡатнаша. 1974 й. Өфө сәнғәт уч‑щеһында эстрада бүлеге асыла. Башҡорт филармонияһы эшмәкәрлеге м‑н Э.м. үҫешенең төп йүнәлештәре бәйле: фольклор һәм акад. традицияларҙы, хәҙ. заман бейеү ритмдарын, джаз, рок һәм популяр музыкаға хас элементтарҙы берләштереү. Эстрада концертында дивертисмент өҫтөнлөклө жанрға әйләнә. Вокалистар Гәрәев, Ф.Ф.Гәрәев, Ғәлиева, Х.Л.Ғәлимов, Р.Ғ.Ғәлимуллина, Р.Ф.Йәнбәков, Ҡудашева, И.М.Смаҡов, Ә.С. Шайморатова, Р.Р.Әхмәҙиева; музыканттар Ғайсин, Ғәлиев, И.И. Дилмөхәмәтов, А.Б.Либерман, М.А.Рәхмәтуллин, Р.Ғ.Хәбибуллин, Р.Ә.Фәсхетдинов; “Йәдкәр” ансамбле һ.б. ижады милли эстрада классикаһы булып тора. Традицияларҙы йырсылар И.М. Ғәзиев, Ф.Р.Ғәниев, Г.М.Измайлова, Ф.Ә. Килдейәрова, Н.Ж.Ҡадирова, В.Ғ.Хызыров, ҡумыҙсы Р.А.Заһретдинов, баянсы М.И. Ғәйнетдинов, ҡурайсылар А.М.Айытҡолов, И.Ҡ.Илбәков, ш.уҡ“Каруанһарай”, “Далан”, “Ихлас” эстрада төркөмдәре һ.б. дауам итә.

Эстрада ижады үҫешенә ҡала, ауыл клубтары, мәҙәниәт йорттары һәм һарайҙары (ҡара: Мәҙәни‑ял учреждениелары), Нефтекама филармонияһы, Сибай филармонияһы, Стәрлетамаҡ филармонияһы, Учалы филармонияһы эшмәкәрлеге булышлыҡ итә.

Л.К.Ҡоҙаярова

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора: