Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЭТИКЕТ

Просмотров: 1117

ЭТИКЕТ (фр. etiquette), аралашыуҙың билдәле ситуацияларында үҙеңде тотоуҙың уңайлы моделдәрен тәҡдим иткән һәм кешеләрҙең үҙ‑ара мөнәсәбәтенең тышҡы сағылышын көйләгән нормалар һәм ҡағиҙәләр йыйылмаһы. Хәрби, дипломатик, дөйөм граждан, һөнәри һ.б. төрҙәргә бүленә. Гуманизм, эстетизм принциптарына нигеҙләнә, халыҡтың дине, менталитеты, традициялары һәм йолаларына бәйле этник үҙенсәлектәргә эйә. Башҡорттарҙың Э. ырыу­ҡәбилә ҡоролошоноң ғөрөф‑ғәҙәттәренә барып тоташа. Уның нигеҙендә — ҡунаҡсыллыҡ, бергә туҡланыу, бүләктәр бирешеү, сәләмләшеү, хушлашыу, танышыу йолалары, аралашыу ситуациялары, көнкүрештә, йәмғиәттә үҙеңде тотоу ҡағиҙәләре. Ислам йоғонтоһонда башҡорт Э. башҡорттарҙың традицион тәртип ҡағиҙәләренә хас булған мосолман этикаһы (эскелек, наркотиктар, тәмәке, ҡомарлы уйындар м‑н мауығыуҙы, оятһыҙ һүҙҙәр ҡулланыуҙы, әҙәпһеҙлекте ғәйепләү һ.б.) нормалары үтеп инә. Э. талаптары халыҡ ауыҙ‑тел ижадында осрай; айырыуса мәҡәлдәрҙә һәм әйтемдәрҙә асыҡ сағыла. Башҡортостанда яҡшы манера булдырыу этнопедагогиканың төп бурыстарының береһе. Кешене тәрбиәләү мәсьәләләре Аҡмулла, М.И.Өмөтбаев, Р.Ф.Фәхретдинов һ.б. тарафынан тикшерелә. Аралашыу һәм үҙеңде тотоу мәҙәниәтенең актуаль проблемаларына — З.Й.Рәхмәтуллина, башҡорттарҙың Э. үҙенсәлектәренә Д.Х. Аҡбашева, Р.Р.Баязитова, Д.Ж.Вәлиев, З.Р.Вәлиева, Рәхмәтуллина, Р.Ә.Солтангәрәева һ.б. хеҙмәттәре арналған.

Әҙәб.: Валеев Д.Ж. Нравственная культура башкирского народа: прошлое и настоящее. Уфа, 1989; Рахматуллина З.Я. Этикет как ценность культуры. Уфа, 2004; Баязитова Р.Р. Традиционный семейный этикет башкир. Уфа, 2007.

З.Й.Рәхмәтуллина

Тәрж. Ф.Ә.Ҡылысбаев

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора: