Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЭТНОКОНФЕССИОНАЛЬ ТӨРКӨМДӘР

Просмотров: 1494

ЭТНОКОНФЕССИОНАЛЬ ТӨРКӨМДӘР, ағзалары дин б‑са бүленгән этник төркөмдәр. Э.т. этностыңбер өлөшөнөң икенсе дин ҡабул итеүе йәки башҡа этник һәм дини мөхиткә күсеүе һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килә, ул Э.т. этник үҙаңдың, мәҙәни, хужалыҡ итеү, тел һ.б. үҙенсәлектәрҙең үҙгәреүенә булышлыҡ итә. 16—18 бб. Башҡортостанда христианлаштырыу барышында керәшендәр Э.т. формалаша. 1835—45 йй. Ырымбур сик һыҙығы төҙөлөүгә бәйле керәшендәрҙең һәм нуғайбәктәрҙең бер өлөшө Урал аръяғына күсерелә. 2002 й. халыҡ иҫәбен алыуҙа керәшендәр үҙ аллы этностатистик берәмек булараҡ теркәлә. 17 б. уртаһында Башҡортостанда Рәсәйҙең үҙәк райондарынан һәм Волга буйынан күсеп ултырған старовер­ҙар (ҡара: Старообрядсылыҡ) Э.т. барлыҡҡа килә. Э.т. башлыса тау заводтары эргәһендә, нығытмалы сик һыҙыҡтары ҡәлғәләрендә урынлашҡан йәки монастырҙарға нигеҙ һалған.

Р.И.Яҡупов Тәрж. М.Х.Хужин

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные статьи: