Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ДИН

Просмотров: 1654

ДИН (лат. religio — динселлек, иң изге нәмә, табыныу предметы), ижт. аң формаһы, ғәҙәттән тыш көстәрҙең, бер йәки бер нисә илаһтың барлығына инаныуға бәйле тәртип һәм культ. Д. теологик (конфессиональ), филос., социол., психол., мифол.-лингв. һ.б. концепциялары бар. Д. структураһын дини аң (ышаныу, образлылыҡ, символлылыҡ хас), культҡа ҡарамаған (дини идеяларҙы эшләү, догматтарҙы системаға килтереү һәм аңлатыу, миссионерлыҡ һ.б.) һәм культ (дин хеҙмәте, йолалар, байрамдар, изге урындарға ғибәҙәт ҡылыу) эшмәкәрлеге, дини мөнәсәбәттәр, культҡа ҡарамаған (сиркәү советтары, дини уҡыу йорттары) һәм культҡа ҡараған (причт, клир, епископат, мөфтиәт һ.б.) ойошмалар тәшкил итә. Д. үҫешенең түбәндәге тарихи формаларын айыралар: ырыу‑ҡәбилә — тәүтормош шарттарында барлыҡҡа килә, уларҙы айырып торған билдәләргә ата‑бабалар культы, юлбашсы культы, фетишизм, тотемизм, магия, анимизм инә; милли (индуизм, иудаизм, синтоизм һ.б.) — халыҡтар һәм милләттәр формалашыу барышында хасил була һәм үҫешә; донъя (буддизм, христианлыҡ, ислам) — империялар төҙөлгәндә барлыҡҡа килә, уларҙың таралыуы этник, тел, сәйәси һәм соц. бәйләнештәргә бәйле түгел. Донъя һәм милли диндәргә ритуаллылыҡ, ныҡлы дини ҡағиҙәләр һәм тыйыуҙар системаһы хас. Исламды ҡабул иткәнгә тиклем башҡорттарҙа тәңрелек нигеҙендә ятҡан мәжүси ырыу‑ҡәбилә инаныуҙары (ҡара: Исламға тиклемге дини инаныуҙар, Мәжүсилек) таралған була. Һуңыраҡ Башҡортостанға ислам, христианлыҡ үтеп инә. БР‑ҙа 9 дини үҙәк (Диниә назараты, Рәсәй мосолмандарының Үҙәк Диниә назараты, Урыҫ православие сиркәүенең Башҡортостан митрополияһы, Башҡортостан инжил христиан баптистары сиркәүҙәре берекмәһе һ.б.) һәм 1583 берекмә (67%‑ы — мосолман, 22%‑ы — православие, 11%‑ы — протестант берекмәһе) бар (2011).

Д.Ю.Васильев, Е.Ю.Рудкевич

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019