Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

МАХСУС ТӘҒӘЙЕНЛӘНЕШЛЕ ЧАСТАР

Просмотров: 1169

МАХСУС ТӘҒӘЙЕНЛӘНЕШЛЕ ЧАСТАР (МТЧ), контрреволюцияға ҡаршы көрәшеү һәм дәүләт объекттарын һаҡлау өсөн РКП(б) ҮК‑ның 1919 й. 17 апр. ҡарары нигеҙендә РКП(б)‑ның ҡала, өйәҙ һәм губерна ком‑ттары ҡарамағындағы хәрби- партия отрядтары. МТЧ‑ға партия, комсомол ағзалары һәм эшселәр ингән. 1921 й. 24 мартынан МТЧ‑ға Ҡыҙыл Армияның уҡсылар, кавалерия, артиллерия частарынан һәм бронечастарҙан торған милиция частары ла ҡушыла. 1924—25 йй. таратыла, командирҙар составы һәм ҡоралдары Ҡыҙыл Армия частарына бирелә. Өфө губернаһында 1919 й. сент. алып Өфө губерна революцион комитеты МТЧ ойоштороу бюроһын раҫлағандан һуң булдырыла. Өфө губерна МТЧ‑ы подразделениелары Волга буйы хәрби округы частары штабына буйһонған. Даими составлы штабы булған полктан, РКП(б)‑ның губерна ком‑ты ҡарамағындағы көсәйтелгән айырым ротанан (200‑гә яҡын кеше), Өфө РКП(б)‑ның 1‑се һәм 2‑се район ком‑ттары ҡарамағындағы 2 батальондан, РКП(б)‑ның Бәләбәй, Бөрө, Златоуст һәм Стәрлетамаҡ өйәҙ ком‑ттары батальондарынан торған. 1919 й. окт. аҙ. Өфө губ. МТЧ отрядтарында 1 меңгә яҡын кеше иҫәпләнә. 1921 й. авг. Өфө губ. МТЧ штабы ойошторола. Башҡ. респ. кантондарында роталар йыйылған. АСБР МТЧ‑ы штабы Стәрлетамаҡ ҡ. урынлашҡан. Оло Башҡортостан ойошторолғандан һуң, өйәҙ һәм кантон подразделениелары БАССР МТЧ‑ының берҙәм структураһына берләштерелә. Г.И.Краснов, П.И.Зенцов етәкс. Өфө губ. МТЧ батальондары, Степан Разин ис. отряд Көньяҡ Уралда һәм Волга буйында крәҫтиәндәр сығышын [ҡара: Крәҫтиәндәр күтәрелеше (1918— 21)] баҫтырыуҙа ҡатнаша. 1921 й. сент. Тамъян-Ҡатай кантонында А.П.Голиков (Гайдар) етәкс. 3‑сө айырым коммунистик батальон хәрәкәт итә. АСБР МТЧ‑ы ком. — Н.С.Опарин (1922 й. тиклем), Өфө губ. МТЧ‑ыныҡы — А.М.Чеверёв (1919 й. дек. — 1920 й.). 

Е.П.Асабин, Р.Н.Рәхимов

Тәрж. М.Х.Хужин

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019