Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЗЕНЦОВ Пётр Иванович

Просмотров: 1483

ЗЕНЦОВ Пётр Иванович [9.6.1889, Пермь губ. Уҫы өйәҙе Слудка а. (Пермь крайының Чернушка р‑ны) — 26.8.1920, Ессентуки ҡ. янында, Өфөлә ерләнгән], революция хәрәкәте эшмәкәре. 1905 й. алып РСДРП ағзаһы. Граждандар һуғышында ҡатнашыусы. 1905 й. башлап РСДРП Урал өлкә ком‑тының хәрби дружинаһы ағзаһы. 1910 й. алып һөргөндә була. 1917 й. яҙында Өфө т. юл оҫтаханаларының РСДРП(б) ком‑ты рәйесе, йәйен Өфө ҡала милиция идаралығының нач. урынбаҫары, окт. башлап Өфө эшсе һәм һалдат депутаттары советы башҡарма ком‑ты һәм Ҡораллы халыҡ хәрби ойошмалары штабы ағзаһы. 1918 й. март—июлендә, 1919 й. ғин.—мартында һәм авг.—дек. Өфө губерна ғәҙәттән тыш эштәр комиссияһы рәйесе; 1918 й. июль—дек. РККА‑ның Көнсығыш фронтында Бөтә Рәсәй ғәҙәттән тыш комиссияһы вәкиле. 1919 й. март—авг. Бөтә Рәсәй ғәҙәттән тыш комиссияһының үҙәк аппараты хеҙм‑ре, 1920 й. Урал өлкә ғәҙәттән тыш комиссияһы, артабан Пятигорск округ ғәҙәттән тыш комиссияһы рәйесе. Өфөлә урамға З. исеме бирелгән.

Әҙәб.: Тарасов И.Д., Зенцова С.П. Пётр Иванович Зенцов. Уфа, 1966.

Е.П.Асабин

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019