ЧЕВПЕЦОВ Валентин Романович
ЧЕВПЕЦОВ Валентин Романович (5.2.1925, БАССР-ҙың Бөрө кантоны Дүртөйлө а., хәҙ. Дүртөйлө ҡ., — 4.12.1990, Өфө), гигиенист. Мед. ф. д-ры (1972), проф. (1977). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. БДМИ-ны тамамлағандан һуң (1952) Ҡаҙаҡ ССР-ында: Тимертау ҡ. санитария- эпидемиология станцияһында баш табип, 1955 й. алып Ҡарағанды мед. ин-тында эшләй. 1956 й. башлап Өфө гигиена һәм һөнәри ауырыуҙар ҒТИ-нда бүлек етәксеһе, 1972 й. — фәнни эштәр б-са дир. урынбаҫары. 1963 й. алып Ҡарағанды мед. ин-тының, 1967 й. — Рязань мед. ин-тының дөйөм гигиена каф. мөдире. 1975—85 йй. БДМИ-ның хеҙмәт гигиенаһы һәм һөнәри ауырыуҙар каф. мөдире. Ч. тарафынан төрлө геогр. зоналарҙа (Урта Азия, Төмән өлк.) изопропилбензол етештереүҙә һәм магистраль торба үткәргестәр төҙөүҙә хеҙмәт шарттарын баһалауҙың гигиеник ысулдары эшләнгән, бензолдың, уның сығарылмаларының һ.б. токсикологик үҙсәнлектәре өйрәнелгән. 60-ҡа яҡын фәнни хеҙмәт авторы. Ҡыҙыл Йондоҙ ордены м-н бүләкләнгән (1945).
Хеҙм.: Гигиена труда в нефтехимической промышленности. Уфа, 1972 (авторҙ.).
Г.Г.Максимов
Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина