Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЙӘҒӘФӘРОВА Айһылыу Шәйхитдин ҡыҙы

Просмотров: 1580

ЙӘҒӘФӘРОВА Айһылыу Шәйхитдин ҡыҙы (3.9.1948, БАССР‑ҙың Әбйәлил р‑ны Әхмәт а.), яҙыусы. БР‑ҙың атҡ. халыҡ мәғарифы хеҙм‑ре (1992), БР‑ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре (1993). Яҙыусылар союзы ағзаһы (1989). БДУ‑ны тамамлаған (1974). 1967—2004 йй. Әбйәлил р‑нының Красная Башкирия балалар баҡсаһында эшләй (1976 й. алып мөдир). Балалар өсөн яҙылған “Муйынса” исемле тәүге шиғри йыйынтығы 1973 й. сыға. “Килендәр” (2 китапта, 1993—95) романында Б.В. һуғышы йылдарында тылда эшләгән хеҙмәтсән ҡатын‑ҡыҙҙың батырлығы һәм сыҙамлығы һүрәтләнгән. Балалар өсөн яҙылған “Сәнскеле күлдәк” (1973) хикәйәләр, “Алтын тараҡ” (1986), “Ҡойон батшалығында” (1993) әкиәттәр, “Һайыҫҡан — почтальон” шиғырҙар һ.б. китаптарына ингән әҫәрҙәре образлылығы, эскерһеҙлеге м‑н айырылып тора. А.Барто, С.Я.Маршак, А.С.Пушкин, К.И.Чуковский һәм донъя халыҡтары әҙәбиәтенән төрлө әҫәрҙәрҙе башҡорт теленә тәржемә итә. “Ҡыпсаҡ ҡыҙы” (2001) драмаһы — БАДТ‑ла, балалар өсөн пьесалары БР‑ҙың төрлө театрҙарында ҡуйылған. Балалар баҡсалары өсөн “Йәйғор” (2 китапта, 1992—95; 2‑се баҫ. 2000—2006) хрестоматияһы автор‑төҙөүселәренең береһе. К.Әхмәтйәнов (1996), Р.Хисамитдинова (2008) ис. пр. лауреаты. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ орд. м‑н бүләкләнгән (1986).

Әҫәрҙ.: Һандуғас моңо: әкиәттәр, хикәйәләр, пьесалар. Өфө, 2001; Тирмәкәй: пьесалар һәм әкиәттәр. Өфө, 2005.

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора: