Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЙҮКӘЛЕКҮЛ ҠУРҒАНДАРЫ

Просмотров: 921

ЙҮКӘЛЕКҮЛ ҠУРҒАНДАРЫ, бронза быуаты — иртә тимер быуат археологик ҡомартҡыһы. Ҡыйғы р‑ны Йүкәлекүл а. эргәһендә урынлашҡандар. Ҡурғанлы ҡәберлектәргә ҡарайҙар. Й.ҡ.I б.э.т. 17—16 бб. ҡарай. Ауылдың төньяҡ‑көнсығыш ситендә урынлашҡан. 1958 й. урындағы кешеләр тарафынан табыла, 1964 й. Н.А.Мәжитов, К.В.Сальников өйрәнә. Тупраҡ өйөп яһалған 12 ҡурғандан (диам. 7—18 м, бейеклеге 0,25—1,1 м) тора, 7‑һе ҡаҙылған, шуларҙың 6‑һында 1—4 ҡәбер табылған. Мәйеттәр тура мөйөшлө ҡәбер соҡорҙарына (тәрәнлеге 0,95 м) уң ҡабырғаға бөгәрләнгән килеш йәки салҡан ятҡырып, баштары м‑н төньяҡҡа, төньяҡ‑көнсығышҡа йәки көньяҡ‑көнбайышҡа ҡаратып ерләнгән. Бер нисә мәйет бергә (13 һөлдә) йәки өҫтө‑өҫтөнә ерләнгән ҡәберҙәр осрай. Керамика Абаш мәҙәниәте һауыттарынан (ҡабырсаҡ ҡушып яһалған, ваҡ тешле штамп м‑н биҙәлгән) ғибәрәт. Ҡәбергә көнкүреш әйберҙәре (беҙ), ҡорал (бронза һәм таш уҡ башаҡтары), биҙәүестәр (бронза беләҙектәр, сәскә рәүешендә эшләнгән таралғылар, балдаҡтар, сикә сулпылары) һалынған. Й.ҡ.II б.э.т. 4 б. ҡарай. Ауылдан төньяҡ‑көнбайышҡа табан 2—2,5 км алыҫлыҡта Әй й. уң ярында ҡалҡыулыҡта урынлашҡан. 1978 й. В.С.Горбунов, М.Ф.Обыдённов тарафынан асыла һәм өйрәнелә. Тупраҡ өйөп яһалған 5 ҡурғандан (диам. 6—14 м, бейеклеге 0,20—0,25 м) тора, 3‑һө ҡаҙылған (буш ҡәберҙәр — кенотафтар табылған), ҡорбан салыу‑иҫкә алыу урыны булған, тип фараз ителә. Бағана соҡорҙары, күмер киҫәктәре, ҡорбан ителгән хайуан һөйәге, Горохов мәҙәниәте һауыттары (тальк һәм ваҡ таш ҡушып яһалған тышҡа ҡарай бөгөлгән ауыҙлы, ҡыя һыҙыҡтар м‑н биҙәлгән көршәк рәүешендәге түңәрәк төплө һауыттар) табылған. Ҡомартҡы материалдары БДУ фондында һаҡлана.

Әҙәб.: Обыдённов М.Ф. Древние памятники Северо‑Восточной Башкирии. Уфа, 1991; Савельев Н.С. Население Мясогутовской лесостепи в V—III вв. до н.э. Уфа, 1998.

Р.Б.Исмәғилев

Тәрж. М.Х.Хужин

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные статьи: