Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЮЛЫҠ МӘҘРӘСӘҺЕ

Просмотров: 1004

ЮЛЫҠ МӘҘРӘСӘҺЕ, урта уҡыу йорто. 19 б. башында Ырымбур­ өйәҙе Юлыҡ Ямы а. (хәҙ. БР‑ҙың Баймаҡ р‑ны Юлыҡ а.) мәсете эргәһендә асыла. Нигеҙ һалыусыһы — Ә.Мо­ҡаев. Ырымбур ­мосолман­ диниә ­на­зараты ҡарамағында була. Шәхси иғәнәләргә тотола. Уҡытыу‑тәрбиә эшенә мөҙәрис, мәсеттең (1911 й. алып Юлыҡ­ йәмиғ ­мәсетенең) имам‑хатибы етәкселек итә. 6 йәше тулған ир балалар ҡабул ителә. Уҡыу башлыса түләүһеҙ була. Уҡыу курсы 6—10 йыл тәшкил итә. 1892 й. башлап уҡыу процесы яңы ысул м‑н уҡытыу системаһына нигеҙләнә (ҡара: Йәдитселек). Уҡыу программаһына дини предметтар м‑н бергә ғәрәп­теле, урыҫ теле һәм әҙәбиәте, алгебра, астрономия, география, тарих һ.б. инә. Китапханаһы була. Йыл һайын 60‑ҡа яҡын шәкерт уҡый, улар араһында башҡорттар, ҡаҙаҡтар, та­

тарҙар була. Мәҙрәсә м‑н М.Фәйзи һ.б. эшмәкәрлеге бәйле. 1920 й. ябыла. Мөҙәристәре: Ә.Моҡаев, Ә.Әбүбәкеров (1810 й. алып), Ғ.Әҙеһәмов (1821 й. алып), А.Ҡунаҡбаев (1831 й. алып), М.Әҙеһәмов (1839 й. алып), С.Мифтахитдинов (Зәйнелғәбдинов; 1867 й. алып), Ш.Әҙеһәмов (1890 й. алып). 1892 й. башлап мәҙрәсә М.Ғ.Рәмиев (ҡара: Рәмиевтәр) аҡсаһына төҙөлгән үҙ бинаһында урынлашҡан.

Р.У.Абдрахманов

Тәрж.­Ә.Н.Аҡбутина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора: