ЙӘДКӘР, китап
ЙӘДКӘР, М.И.Өмөтбаевтың китабы. 1897 й. Ҡазанда төрки телендә баҫылып сыға. Аң‑белемле, юғары әхлаҡлы, мәҙәниәтле кеше тәрбиәләү идеялары (ҡара: Мәғрифәтселек) м‑н һуғарылған тарих, этнография, әҙәбиәт, фольклор материалдарынан, шиғри тәржемәләрҙән һ.б. торған йыйынтыҡ. “Й.” йәш быуынды әхлаҡи тәрбиәләү мәсьәләләре б‑са өгөт-нәсихәттәр м‑н башлана, улар дини риүәйәттәр (мәҫ., Иуда һәм Әҙәм т‑дағы легендалар) м‑н нығытылған. Китапта Өмөтбаевтың 38 шиғыры тупланған, фәлс. (“Ниғмәт шәриф”, “Нәсихәт” һ.б.), эстетик, этик (“Васыят вә нәсихәт”, “Салауат әл‑химар” һ.б.), тарихи‑этнографик (“Үткән ғүмер, ҡалған хәтер”, “Үткән заманда башҡорт ҡыҙҙарының оҙатылыуы” һ.б.) темаларҙы яҡтыртҡан айырым бер бүлеккә һығымта йәки инеш рәүешендә бирелгәндәр, мөхәббәт лирикаһы (“Дуҫҡа”, “Бер ҡалала гүзәл күрҙем”) ингән. Публицистик һәм этнографик материалдар (“Петербург хаҡында күңел мөһөрө”, “Мәскәү хаҡында күңел мөһөрө” һ.б.) мөһим урын алып тора, уларҙа батша власының милли‑колониаль сәйәсәте тәнҡитләнә, башҡорттарҙың тормош һәм мәҙәни кимәлдәрен күтәреү б‑са теоретик һәм ғәмәли тәҡдимдәр индерелә. Башҡ. халҡының һәм төбәктең боронғо замандарҙан алып 19 б. аҙ. тиклемге тарихына һәм этнографияһына арналған материалдар (“Аҡташ хан”, “Башҡорт халҡының аҡ һәм ҡара көндәре”, “Ағиҙел буйындағы ғөләмә вә мәшәйехтәр” һ.б.) фәнни дөрөҫлөгө, мөһим мәсьәләләр күтәреүе, ватансылыҡ тойғоһо, үҙ халҡыңдың тарихына, рухи мираҫына ихтирам тойғоһо м‑н айырылып тора. Өмөтбаевтың автографы табылмаған; китап экземплярҙарының береһе Милли китапханала, күсермәһе – Өмөтбаев М. музейында һаҡлана.
Әҙәб.: Йәдкәр. Өфө, 2011; Ҡунафин Ғ.С. Мәғрифәтсе һәм әҙип М.Өмөтбаев. Өфө, 1991; Хөсәйенов Ғ.Б. Мөхәмәтсәлим Өмөтбаев: тарихи‑биографик кит. Өфө, 1991.
Ғ.С.Ҡунафин
Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов