Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ӨМӨТБАЕВ Мөхәмәтсәлим Ишмөхәмәт улы

Просмотров: 2474

ӨМӨТБАЕВ Мөхәмәтсәлим Ишмөхәмәт улы [21.8. 1841, Ырымбур губ. Өфө өйәҙе Йомран-Табын улусы Ибраһим а. (БР‑ҙың Ҡырмыҫҡалы р‑ны) — 28.6. 1907, шунда уҡ], башҡ. мәғрифәтсе‑шағиры, тәржемәсе, филолог, тарихсы, этнограф, йәмәғәт эшмәкәре, публицист. Титулярный советник (1892). Өмөтбаевтар нәҫеленән. Башланғыс белемде тыуған ауылындағы мәҙрәсәлә ала, Не- плюев кадет корпусында уҡый (1852—60). Төрки, урыҫ, ғәрәп, фарсы, француз телдәрен белгән. 1860 й. алып 25‑се кантонда тәржемәсе; 1864 й. — мировой аралашсы писары, 1869 й. — Өфө губ. ш. уҡ исемле өйәҙе Йомран-Табын улусы старшинаһы, 1879 й. — Стәрлетамаҡ мәҙрәсәһендә уҡыта, 1880 й. — Ырымбур мосолман диниә назаратында тәржемәсе, 1899 й. алып от‑ ставкала. Ө. фәнни‑әҙәби мираҫы күп яҡлы. Уның фәнни хеҙмәттәре, шиғриәте һәм публицистикаһы эҙмә‑эҙлекле һәм системалы идеологик күренеш булараҡ, башҡ. мәғрифәтселегенең формалашыуында ҙур роль уйнай. “Үткән заманда башҡорт ҡыҙҙарының оҙатылыуы”, “Үткән ғүмер, ҡалған хәтер...”, “Йомран иле” һ.б. шиғырҙарында башҡорттарҙың хәҙ. тормошо һәм тарихи үткәне, уларҙың йолалары, матди һәм рухи мәҙәниәте сағыла. Байтаҡ шиғырҙарын интим лирика тәшкил итә, шағир мөхәббәт темаһын шәхес концепцияһы м‑н бергә бәйләп, уны фәлс. планда хәл итә: “Дуҫ .а”, “Бер ҡалала гүзәл күрҙем” һ.б. “Ҡайыш илә йүкә” (1897) мәҫәлендә йәмғиәттәге синфи антагонизм күрһәтелә. “Ниғмәт шәриф”, “Васыят вә нәсихәт”, “Нәсихәт”, “Илаған бала”, “Таж кейгән көнө” һ.б. шиғырҙарында фәлс., этик һәм дини фекерҙәр, монархистик ҡараштар тығыҙ берләштерелә. Урыҫ һәм көнсығыш телдәренән төрки теленә — популяр брошюралар, төрлө фәнни мәҡәләләр, көнсығыш әҙәбиәте өлгөләрен, А.С.Пушкиндың “Бәхетһеҙ ғашиҡ”, “Шатлыҡ хыялы”, “Делибаш”, “Баҡсаһарай фонтаны” (бөтәһе лә — 1901) әҫәрҙәрен, ш. уҡ “Ҡыҫҡаса закон ғилеме”н (“Мохтасар аль-викая мукаддамасе”; 1890); урыҫ теленә башҡ., татар, ғәрәп, төрөк фольклоры өлгөләрен, үҙенең фәнни хеҙмәттәрен, шиғырҙарын һәм публицистик әҫәрҙәрен тәржемә иткән. Башҡорт теленең һәм татар теленең халыҡ һөйләше материалдарын ҡулланып яҙған “Татар нәхүсенең мохтасары” (“Ҡыҫҡаса татар грамматикаһы”; 1901) китабы рев‑цияға тиклемге грамматиканан урыҫ (ғәрәп теленә түгел) грамматик традициялары йүнәлешле булыуы м‑н айырылып тора. Беренселәрҙән булып башҡ. теленең лингвистик терминологияһын эшләй. “Фарсы‑рус һүҙлеге” (1882), “Фарсы-татар-рус һүҙлеге” (1886) һ.б. һүҙлектәрҙе төҙөй. “Башҡорттар” (1876, 1979 й. баҫылған), “Өфө тарихына ҡағылышлы материалдар” (1886, баҫылмаған) хеҙмәттәрендә фольклор б‑са ҡайһы бер күҙәтеүҙәр яҙылған, өләң жанрына, тарихи йырҙарға ентекле характеристика бирелгән. Ө. “Иҙеүкәй менән Мораҙым” эпосынан өҙөк, башҡ. мәҡәлдәрен, әйтемдәрен һәм йомаҡтарын яҙып ала һәм баҫтырып сығара. Башҡортостан һәм башҡ. халҡының боронғо замандарҙан алып 19 б. аҙ. тиклемге тарихын өйрәнеүгә ҙур өлөш индерә. Публи‑ цистик әҫәрҙәрендә [“Халыҡ байыймы, әллә ярлыланамы” (1897, баҫылмаған), “Йәмғиәт тәртиптәре” (1898, баҫылмаған), “Өршәк күпере” (1984 й. баҫылған) һ.б.] батшаның шовинистик, дискриминацион сәйәсәтенә ҡаршы сығыш яһай, тиң хоҡуҡлылыҡ һәм туғандарса берҙәмлек нигеҙендә Рәсәйҙәге бөтә халыҡтар мәҙәниәтенең ирекле һәм төрлө яҡлап үҫешен яҡлай. “Башҡорт халҡының аҡ һәм ҡара көндәре”, “Кесе Табын халҡының насәбнамәһе” (икеһе лә – 1897), “1755 йылғы башҡорттар восстаниеһы хаҡында” (1903, 1984 й. баҫыла), “Башҡорт ҡорото” (1880, баҫылмаған) һ.б. тарихи‑этнографик очерктарында этногенез, этнонимия, урынлашыу терр‑яһы, башҡорттарҙың ырыу‑ҡәбилә ҡоролошо, хужалыҡтар, соц.‑иҡт. мөнәсәбәттәр һ.б. мәсьәләләр яҡтыртылған.__ 1939 – 413; 1959 – 360; 1989 – 494; 2002 – 516; 2010 – 413 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Төп мәктәп (Үрге Муйнаҡ урта мәктәбе филиалы), фельдшер‑акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана бар. Ауылға Нуғай даруғаһы Үҫәргән улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала, 1765 й. алып билдәле. Шәжәрә б‑са, тәүге төпләнеүсе Өмбәт батыр исеме м‑н аталған. Шулай уҡ Имбәт, Өрмәт, Өмөтбай булараҡ теркәлгән. 1795 й. 21 йортта 172 кеше йәшәгән, 1866 й. 55 йортта – 363 кеше. Малс‑ҡ, игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет булған. Ауылда Муйнаҡ Сөләймәнов йәшәгән, Ҡ.Ғ.Бәкеров, Б.Б.Ғафаров тыуған.

Д.Ғ.Күскилдин

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 10.05.2023
Связанные темы рубрикатора:
Связанные статьи: