Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЮЛСУРИНА Әлфиә Мырҙабулат ҡыҙы

Просмотров: 929

ЮЛСУРИНА Әлфиә Мырҙабулат ҡыҙы (25.4.1960, БАССР‑ҙың Бөрйән р‑ны Иҫке Собханғол а.), йырсы. БР‑ҙың халыҡ (2010) һәм атҡ. (2002) артисы. Өфө сәнғәт уч‑щеһын тамамлағандан һуң (1983; Ә.К. Мәсәлимова класы) Бөрйән район мәҙәниәт һарайының художество етәксеһе, 1996 й. алып Башҡорт филармонияһының артист‑вокалисы. Ю. башҡарыу манераһына классик һәм халыҡ йыр традицияларын берләштереү, сағыу хислелек, тәьҫирлелек хас. Тулы яңғырашлы һәм бай тембрлы үҙенсәлекле тауышҡа эйә. Репертуарында “Абдрахман­ кантон”, “Боронғо йыр”, “Ғайса­ ахун”, “Ҡара урман”, “Сибай”, “Юлғотло”, “Ялан­ Йәркәй” башҡорт халыҡ йырҙары, З.Ғ.Исмәғилев, Т.Ш.Кәримов, С.Ә. Ни­заметдинов, С.З.Сәйҙәшев, З.Хәким, Р.М.Хәсәнов, Р.М.Яхин йырҙары һәм романстары, боронғо урыҫ романстары һ.б. бар. Рәсәй, Эстония буйлап гастролдәрҙә була. “Йәш тауыш­тар” Респ. конкурсы (1989), “Яҙғы моңдар” Респ. башҡорт йырҙарын башҡарыусылар конкурсы (1995; икеһе лә — Өфө) лауреаты.

Г.Ә.Ишкинина

Тәрж.­Г.Һ.Ризуанова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора: