Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ТЕЛ ӨЛКӘҺЕНДӘГЕ СӘЙӘСӘТ

Просмотров: 1390

ТЕЛ ӨЛКӘҺЕНДӘГЕ СӘЙӘСӘТ, дәүләт, синыф, партия, этнос тарафынан телдең функциональ яғына һәм уның төҙөлөшөнә аңлы рәүештә йоғонто яһау өсөн башҡарылған саралар системаһы. Милли сәйәсәттең ҡушма өлөшө булып тора. Күп милләтле дәүләттә Т.ө.с. күп теллелекте, халыҡтың милли составы һәм милләт‑ара мөнәсәбәттәр үҙенсәлеген, йәмғиәт тормошонда айырым телдәрҙең һәм шул телдәрҙә һөйләшеүселәрҙең ролен иҫәпкә алырға тейеш. Киң соц. һәм идеологик әһәмиәттәге үтә ҙур милли тел проблемалары Т.ө.с. иғтибар үҙәгендә тора. Конструктив һәм деструктив, үҙәкләштерелгән һәм үҙәкләштерелмәгән Т.ө.с. айырыла; БР‑ҙа конструктив Т.ө.с. алып барыла; был сәйәсәт Башҡортостан халыҡтары телдәрен һаҡлауға һәм төрлө яҡлап үҫтереүгә йүнәлтелгән; РФ һәм БР Конституцияларына (икеһе лә — 1993), РФ‑тың “Рәсәй Федерацияһы халыҡтарының телдәре тураһында”ғы (1991), БР‑ҙың “Башҡортостан Республикаһы халыҡтарының телдәре тураһында”ғы (1999), “Мәғариф тураһында”ғы (1992) закондарына ярашлы тормошҡа ашырыла. 2000 й. алып БР халыҡтарының телдәрен һаҡлау, өйрәнеү һәм үҫтереү Дәүләт программаһы (5 йыл һайын ҡабул ителә) эшләй; программа БР дәүләт телдәренең эшмәкәрлеген тәьмин итеүгә һәм уларҙы фәнни яҡтан өйрәнеүгә, белем биреү учреждениеларында, киң мәғлүмәт сараларында һ.б. урындарҙа башҡорт телен нығытыуға, башҡ. әҙәби теле нормаларын үтәүгә һәм камиллаштырыуға, респ. тупланып йәшәгән халыҡтарҙың телен һаҡлауға һәм үҫтереүгә, граждандарҙың туған телен өйрәнеүгә хоҡуғын ғәмәлләштереүгә йүнәлтелгән. 2007 й. респ. ситтә йәшәгән башҡорттарҙы туған теленә йәлеп итеү өсөн “Рәсәй Федерацияһы башҡорттары” Дәүләт программаһы ҡабул ителә. БР Хөкүмәте эргәһендә терминология һәм топонимия хеҙмәттәре (ҡара: Терминология комиссияһы) м‑н БР‑ҙың “Башҡортостан Республикаһы халыҡтарының телдәре тураһында”ғы законын тормошҡа ашырыу комиссияһы эшләй.

Әҙәб: Языковые контакты в Башкирии. Уфа, 1972; В а й н р а й х У. Языковые контакты. Киев, 1979.

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов  

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора:
Связанные статьи: