Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

КҮП ТЕЛЛЕЛЕК

Просмотров: 1207

КҮП ТЕЛЛЕЛЕК, полилингвизм, кешенең (кешеләр төркөмөнөң) билдәле терр‑я йәки соц. берлек (күп милләтле дәүләт) сиктәрендә бер нисә телдә аралашыуы, телдәрҙе һайлау тел коммуникацияһының билдәле бер шарттарына ярашлы башҡарыла. К.т. социолингвистиканың өйрәнеү объекты булып тора.

БР‑ҙа К.т. күренеше телдәрҙең ҡулланылыу шарттары һәм тел өлкәһендәге сәйәсәт м‑н билдәләнә; башлыса милли‑урыҫ билингвизм формаһында тормошҡа ашырыла; шуның м‑н бергә милләт‑ара аралашыу сараһы булараҡ башҡорт теле, татар теле һәм унан да күберәк телдәр белеү күҙәтелә. Ҡайһы бер кешеләрҙең күп телдәрҙе белеүенә БР уҡыу йорттарында уҡытылған сит телдәр (инглиз теле, немец теле, төрөк теле, француз теле һ.б.) йоғонто яһай. К.т. өйрәнеүгә күп телле һүҙлектәр булышлыҡ итә. К.т. формалашыуы өсөн тел‑ара бәйләнештәрҙең тарихы һәм типологияһы, ш. уҡ үҙ‑ара йоғонто яһаған телдәрҙең (ҡара: Телдәр классификацияһы) генетик яҡынлыҡ дәрәжәһе ҙур әһәмиәткә эйә.

Әҙәб.: Майоров А.П. Социальный билингвизм и языковое пространство. Уфа, 1998. Закирьянов К.З. Активное двуязычие: сущность и функционирование. Уфа, 2011.

Тәрж. Р.Ә.Сиражетдинов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора:
Связанные статьи: