Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ТЕЛДӘРҘЕҢ ҠУЛЛАНЫЛЫУ ШАРТТАРЫ

Просмотров: 1038

ТЕЛДӘРҘЕҢ ҠУЛЛАНЫЛЫУ ШАРТТАРЫ, телдең йәшәү формаларының, уның төрлө соц.‑иҡт. һәм соц.-сәйәси шарттарҙа, билдәле соц.‑адм. ойошмаларҙа ҡулланыу даирәһе һәм мөхитенең йыйылмаһы. Т.ҡ.ш. — социолингвистиканың өйрәнеү предметы. Телдең бер милләтле һәм күп милләтле дәүләттә йәшәүе м‑н тығыҙ бәйле (ҡара: Күптеллелек). Т.ҡ.ш. өйрәнеү рациональ тел өлкәһендәге сәйәсәтте һайлау өсөн кәрәк. Т.ҡ.ш. тикшереүҙең төп бурысы — телдәҙең төрлө соц. шарттарҙа башҡарған ижт. функцияларын асыҡлау. 2002 й. халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре б‑са, БР‑ҙа 118 милләт һәм 12 этник төркөм вәкилдәре йәшәй, улар төрки телдәрҙә, славян телдәрендә, фин‑уғыр телдәрендә һ.б. аралаша. Башҡортостандың күпселек халҡы ике телдә һөйләшә (ҡара: Билингвизм). Т.ҡ.ш. өйрәнеү процесында телдәрҙең йәшәү формалары (диалект, әҙәби тел), ҡулланыу даирәһе (нәфис һәм фәнни әҙәбиәт, киң мәғлүмәт саралары, мәғариф һ.б.) һәм мөхите (ғаилә һәм производствола аралашыу, милләт эсендә һәм милләт‑ара аралашыу һ.б.) ҡарала.

Әҙәб.: Аврорин В.А. Проблемы изучени я функциональной стороны языка: (к вопросу о проблеме лингвистики).Л., 1975; Швейцер А.Д. Современная социолингвистика: теория, проблемы, методы. М., 1976.

М.В. Зайнуллин

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора:
Связанные статьи: