Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

СОЦИОЛИНГВИСТИКА

Просмотров: 1239

СОЦИОЛИНГВИСТИКА, телдең соц. тәбиғәтен, уның ижт. функцияларын, соц. факторҙарҙың телгә йоғонто яһау механизмын һ.б. өйрәнгән фәнни дисциплина. Социол., психология һәм этнография м‑н тығыҙ бәйләнештә үҫешә. Төп өйрәнеү предметы — телдәрҙең ҡулланылыу шарттары. БР ғалимдары тарафынан С. б‑са тикшеренеүҙәр үткәрелә, улар респ. (Т.М.Ғарипов, Л.Л.Әйүпова һ.б.) һәм уның айырым райондарында (В.Р.Ғәлимйәнова, Н.Г.Исҡужина) Башҡортостан халыҡтары телдәренең йәшәү формаһына һәм соц. дифференциацияһына характеристика биреүгә; ике теллелек, күп теллелек, уларҙың типологияһы, соц. функциялары һәм һөҙөмтәләре проблемаларына (Ғарипов, К.З.Закирйәнов, А.П.Майоров, З.Ғ.Ураҡсин, Әйүпова һ.б.); телдәрҙең үҙ‑ара йоғонтоһон теоретик аңлауға (ҡара: Тел‑ара бәйләнештәр); респ. тел төҙөлөшө тәжрибәһенә (Ф.Х.Ғарипова) арналған. “Башҡорт әҙәби теленең ижтимағи функциялары үҫеше” (“Развитие общественных функций башкирского литературного языка”; 1987) хеҙмәте йыйынтығында башҡ. әҙәби теленең тәрбиә биреү, мәғариф, мәҙәниәт, демография (милләт‑ара никахтар), киң мәғлүмәт саралары һ.б. өлкәләрҙә йәшәп килеүенә бәйле мәсьәләләр яҡтыртылған. М.В.Зәйнуллин, И.Ғ.Илешев, Т.Ғ.Мөхтәров, Ураҡсин, Ф.Ғ.Хисамитдинова һ.б. тарафынан суверенитет шарттарында БР‑ҙың башҡ. милли теленең йәмғиәттәге ролен билдәләгән тел өлкәһендәге сәйәсәте проблемалары ҡаралған.

Г.М.Ҡорбанғәлиева

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора:
Связанные статьи: