Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

САҒЫШТЫРМА ТЕЛ ҒИЛЕМЕ

Просмотров: 1288

САҒЫШТЫРМА ТЕЛ ҒИЛЕМЕ, к о н т р а с т и в л и н г в и с т и к а, к о н ф р о н т а т и в л и н г в и с т и к а, дөйөм тел ғилеме тикшеренеүҙәренең йүнәлеше. С.т.ғ. төп маҡсаты — тел системаһының бөтә кимәлдәрендә: фонологик, лексик, морфемалы һүҙьяһалыш, морфол. һәм синтаксик оҡшашлыҡтарын һәм айырымлыҡтарын билдәләү өсөн ҡәрҙәш булмаған телдәрҙе (ҡара: Телдәр классификацияһы) сағыштырып өйрәнеү. Ғәҙәттә үҙ‑ара бәйләнештә булған телдәр сағыштырыла (ҡара: Тел‑ара бәйләнештәр). Төрки телдәрҙе (ш. иҫ. башҡорт телен) ғәрәп теле һәм фарсы теле м‑н сағыштырма өйрәнеүҙең тәүге тәжрибәһе М.М.Биксуриндың “Ырымбур крайында булған башҡорт һәм ҡырғыҙ һөйләштәренең ҡыҫҡаса аңлатмаһы һәм уға урыҫ‑фарсы‑татар һүҙҙәре һәм яҙыу өлгөләре ҡушымтаһы менән ғәрәп, фарсы һәм татар телдәрен өйрәнеүгә башланғыс ҡулланма” (“Начальное руководство к изучению арабского, персидского и татарского языков с кратким объяснением существующих в Оренбургском крае наречий башкир и киргизов и приложением к нему русско-персидско-татарских слов, разговоров и прописей”; Ҡазан, 1859) хеҙмәтендә бирелә. Урыҫ телен һәм төрки телдәрҙе сағыштырма өйрәнеү 20 б. 30‑сы йй. башлана. Башҡортостанда башҡ. һәм урыҫ телдәрен сағыштырма өйрәнеү мәсьәләләре тәүге тапҡыр Р.Н.Тереғолова һәм Ҡ.З.Әхмәровтың “Урыҫ һәм башҡорт телдәренең сағыштырма грамматикаһы” (“Сравнительная грамматика русского и башкирского языков”; 1953) хеҙмәтендә тасуирлана. Ә.М.Аҙнабаев, Т.М.Ғарипов, З.М.Дударева, К.З.Закирйәнов, М.В.Зәйнуллин, З.К.Ишкилдина, Р.Х.Хәйруллина һ.б. хеҙмәттәрендә ике телдең теоретик‑лингв. контрастив анализы эшләнгән. А.П.Майоров, Р.З.Мерәҫов, С.Й.Нухов, З.М.Рәйемғужина, Э.Ә.Сәлихова һ.б. тарафынан башҡ. теле материалында, инглиз теле, немец телендә тикшеренеүҙәр алып барыла; Дударева, Т.Ә.Килдебәкова, А.Р.Мөхтәруллина һ.б. когнитив лингвистиканың төрлө аспекттарын анализлай. Р.Ҡ.Ғарипов, Н.Д.Ғарипова, Б.Т.Ғәниев, Э.Ф.Ишбирҙин, С.Н.Сираева, С.Ғ.Шафиҡов һ.б. тарафынан һинд- европа телдәрен иран теле, монгол теле, семит, төрки, ҡытай, япон һ.б. телдәр м‑н сағыштырып өйрәнеү башҡарыла. Телдәрҙе сағыштырып өйрәнеү, туған телдән тыш, ике дәүләт теле — башҡ. һәм урыҫ, ш. уҡ минимум булараҡ сит телдәрҙең береһендә (инглиз, немец, француз, ғәрәп, фарсы, ҡытай һ.б.) ирекле аралашыуҙы шарт итеп ҡуйған, ике теллелектең һәм күп теллелектең формалашыуы һәм үҫешеүе мәсьәләләре м‑н билдәләнә. С.т.ғ. роле үҫә барыуы сит телдәрҙе уҡытыуҙың лингв. нигеҙҙәрен тикшереү проблемаларына бәйле, уның һөҙөмтәһендә башҡ.- урыҫса, башҡ.‑инглизсә, башҡ.‑немецса, башҡ.‑ғәрәпсә һ.б. ике теллелек һәм күп теллелектең формалашыуы һәм камиллашыуы БР сәйәсәтенең дәүләт статусын алыуға килтерә (ҡара: Тел өлкәһендәге сәйәсәт).

К.Ғ.Ишбаев, З.К.Ишкилдина

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора:
Связанные статьи: