Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ТЕЛДӘР КЛАССИФИКАЦИЯҺЫ

Просмотров: 1653

ТЕЛДӘР КЛАССИФИКАЦИЯҺЫ, донъя телдәрен айырым үҙенсәлектәре һәм мөһим билдәләре б‑са сағыштырып өйрәнеү һөҙөмтәһе нигеҙендә бүлеү. Т.к. ике төп төрө бар: генеалогик һәм типологик. Генеалогик Т.к. телдәрҙең ҡәрҙәшлеге — фараз ителгән тәү телдән барлыҡҡа килгән уртаҡлыҡ төшөнсәһенә нигеҙләнә, сағыштырма‑тарихи ысул м‑н билдәләнә (ҡара: Сағыштырма‑тарихи тел ғилеме); макроғаилә, ғаилә, тармаҡ, төркөм, төркөмсәнең таксономик категорияларына таянып эш итә. Типологик Т.к. функциональ (социолингвистик характеристикалар) һәм структур (фонетик, морфол., синтаксик, семантик һ.б. билдәләр) планда оҡшашлыҡтарҙы һәм айырмалыҡтарҙы асыҡлауға нигеҙләнә. Морфологик кимәлдә үткәрелгән типологик Т.к. киң таралған, уға ярашлы донъя телдәре түбәндәге кластарға бүленә: 1) агглютинатив телдәр (мәҫ., төрки телдәр); 2) һүҙҙәрҙә үҙгәреш булмаған айырыусы (аморф) телдәр (мәҫ., ҡытай‑тибет телдәренең күбеһе); 3) ике йәки унан да күберәк нигеҙ ҡушылыуы һөҙөмтәһендә һүҙҙәр йәки синтагматик берәмектәр барлыҡҡа килеүе м‑н айырылып торған полисинтетик (инкорпорация) телдәр (мәҫ., чукот‑камчатка телдәре). Шулай уҡ был типҡа күсемле ҡылым эргәһендә агенсты (хәрәкәт субъекты) аңлатҡан үҙенсәлекле килеш формаһы булған эргатив телдәр (мәҫ., кавказ телдәренең күбеһе) яҡын тора; 4) һүҙ үҙгәртеүсе аффикстарға полисемия һәм омосемия хас булған флектив телдәр (мәҫ., һинд‑европа телдәренең күбеһе). Донъя телдәренең күпселеге үҙҙәрендә төрлө типтарҙың билдәләрен берләштерә. Мәҫ., агглютинация күренештәре урыҫ телендә — бөтөн һүҙ формаһына ҡушылған ‑ся/‑сь һәм ‑те постфикстарында күҙәтелә: “пишется”, “идёмте” һ.б. Инглиз телендә полисинтетизм билдәләре, мәҫ.: “I"ve got"er” (мин уны тоттом) һ.б.; айырыусы телдәргә хас булған синтаксик конструкцияларҙа һүҙҙәрҙең билдәләнгән тәртибе; аналитик формаларҙа эргатив мөнәсәбәттәр, мәҫ.: “to make repeat” (ҡабатларға мәжбүр итеү) һ.б. бар. Эргативлыҡты биреүҙең синтетик ысулдары ш. уҡ төрки телдәрҙең йөкмәтеү йүнәлеше формаларында билдәләнә, мәҫ.: башҡорт телендә “ятҡырырға”, “ҡайтартырға” һүҙҙәрендә “ятырға” һәм “ҡайтырға” күсемһеҙ ҡылымдары күсемле ҡылымдарға әйләнә, бында пациенс (объект) агенс сифатында сығыш яһай; субъект һәм объект араһындағы айырмалыҡтарҙың күсеүе урыҫ (ҡайтым ҡылымдары), латин һ.б. телдәрҙә күҙәтелә. Ғәрәп телендә субъект‑объект мөнәсәбәттәренең үҙгәреүе ҡылымдың структур тибына бәйле, мәҫ.: “сэкэнэ” (йәшәргә) — “аскэнэ” (урынлаштырырға) һ.б. Фонетик, синтаксик һ.б. кимәлдәрҙә үткәрелгән типологик Т.к. һирәгерәк таралған. Шулай уҡ телдәр ареалы (фонетик, грамматик, лексик һ.б. тел күренештәренең таралыу өлкәһе) төшөнсәһенә нигеҙләнгән ареал Т.к. айырыла, ул лингвистик география сиктәрендә тикшерелә. Телдәрҙең ареал берлегенә (телдәр союзы) тел‑ара бәйләнештәр булышлыҡ иткән телдәр системаһының төрлө кимәлдәрендәге оҡшаш билдәләр йыйылмаһы хас. Башҡортостанда Т.к. проблемалары б‑са фундаменталь тикшеренеүҙәр үткәрелә: урал‑алтай телдәренең типологик оҡшашлығы һәм генетик ҡәрҙәшлеге Ж.Ғ.Кейекбаев тарафынан иҫбат ителгән, Т.М.Ғариповтың хеҙмәттәре Урал‑Волга буйы ҡыпсаҡ телдәрен сағыштырма‑тарихи өйрәнеүгә һәм тел‑ара бәйләнештәргә арналған, лексик типология б‑са тикшеренеүҙәр С.Ғ.Шафиҡов һ.б. тарафынан тормошҡа ашырылған.

Әҙәб.: М е щ а н и н о в И.И. Эргативная конструкция в языках различных типов. Л., 1967; Б а с к а к о в Н.А. Историко‑типологическая характеристика структуры тюркских языков. М., 1975; Ш а ф и к о в С.Г. Лексическая типология языков. Уфа, 2005.

Р.Ҡ.Ғарипов

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019