Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

МӘЖҮСИЛЕК

Просмотров: 1468

МӘЖҮСИЛЕК, тәбиғәт көстәрен кәүҙәләндергән илаһтарға, рухтарға табыныу. М. анимизм, магия, тотемизм, фетишизм, шаманлыҡ ҡарай. Тәүтормош йәмғиәтендә барлыҡҡа килгән; М. ҡараштарының һәм ритуалдарының күбеһе исламда, иудаизмда, христианлыҡта һаҡланып ҡалған. М. ҡараштары б‑са, донъя өҫкө (күк, юғары илаһтар йәшәгән урын), урта (кешеләр һәм рухтар йәшәгән ер), түбәнге (ер аҫтындағы үлеләр донъяһы) өлөштәргә бүленә. Ағас йәки тау донъяның үҙәге булып һаналған. М. башҡорттарҙа (ҡара: Исламға тиклемге дини инаныуҙар), мариҙарҙа, мордваларҙа, сыуаштарҙа, удмурттарҙа һ.б. халыҡтарҙа таралған була. 1897 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре б‑са, Өфө губернаһында — 98208 кеше (уларҙың 85%‑ы Бөрө өйәҙендә йәшәгән), 1915 й. 134497 кеше мәжүси булған. 1917 й. мариҙарҙың 95%‑ы, удмурттарҙың 91%‑ы, сыуаштарҙың 8%‑ы мәжүси булып ҡалыуын дауам иткән. Мариҙарҙа Кугу Юмо (Оло Илаһ), Кече Юмо (Ҡояш Илаһы), Кава Юмо (Күк Илаһы), Мланде Ава (Ер Инәһе), Вюд Ава (Һыу Инәһе), Мардеж Ава (Ел Инәһе), Тул Ава (Ут Инәһе) төп илаһтар булған; ш. уҡ һыу, ҡыр, урман, тау эйәләренә һ.б. табынғандар. Бесәнгә төшөр алдынан 2 аҙна буйы төп аллаларға ҡорбан килтереү м‑н билдәләнгән Кугокюсе төп дини байрам һаналған. Мари жрецтары (онаендар) араһында иерархия булмаған, ғилем атанан улға тапшырылған. Удмурттарҙа юғары алла Инмар (Күк Илаһы, донъяны яралтҡан) м‑н Мукылчин (Ер Илаһы) айырыуса хөрмәт ителгән; ш. уҡ Вумуртҡа (һыу эйәһе), Нюлэмуртҡа (шүрәле), Толпериға (ел эйәһе) һ.б.; воршудтарға (ырыу ҡурғаусылары) һәм мәрхүм ата-бабаларға (йолалар ғаиләнең өлкән ағзалары тарафынан башҡарылған) табынғандар. Луд, йәки Кәрәмәт, тигән яуыз илаһ абруйлы булған, уның күңелен күреү өсөн ҡорбан салынған. Йолаларҙы һайланма дин әһелдәре (восясь, куриськись) башҡарған. Өфө һәм Пермь губ. (эль), бер нисә ауыл халҡының (мер) мәжүси удмурттар берләшмәләре булған. Мордваларҙың мәжүси инаныуҙарында Вирь-ава (Урман Инәһе), Ведь-ава (Һыу Инәһе), Варма-ава (Ел Инәһе), Мода-ава (Ер Инәһе) тигән алиһәләр м‑н һаҡлаусы заттар айырыуса юғары ҡуйылған. Муҡшыларҙа — Шкай, эрзяларҙа Нишке юғары алла һаналған. Мәжүси сыуаштарға башында Султи Тура (юғары алла) торған изге аллаларға һәм заттарға, ш. уҡ башында Шуйттан (иблес) торған яуыз аллаларға һәм заттарға ышаныу хас булған. Султи Тура кешеләргә ярҙамсылары аша идара иткән: Кепе әҙәми заттарҙың яҙмышы өсөн яуаплы булған, Пулехсе кешеләрҙең яҙмышын яҙған, Пихампар кешеләргә күңел сифаттары биргән, йорт хайуандарын ҡурсалаған, Пирешти юғары алла м‑н кешеләр араһында аралашсы булған. Яуыз аллалар һәм заттар пантеонын Эсрель (кешеләрҙең йәнен алып китә торған әжәл илаһы), Ийе (өй эйәһе, һөйәкте һындырыусы, мунсала йәшәй), Вопкан (киҙеүҙәр ебәрә торған зат), Вупар (ауырыуҙар ебәрә, төндә һаташтыра, ҡояш һәм ай тотолоуын булдыра торған зат), Йерех (ғаиләне ҡурсалаусы) тәшкил иткән. Кирәмәт тигән яуыз алла (ҡоролоҡ, боҙ яуыу, янғын, ауырыу һ.б. һәләкәттәр ебәргән) айырым иғтибар үҙәгендә булған, уға табыныу урыны тораҡтан ситкә ҡуйылған һәм кәртәләп алыныр булған. Илаһ‑тарға табыныу һәм ҡорбан килтереү ғибәҙәт ҡылыу урындарында башҡарылған, был урындарҙы махсус һайлап ҡуйылған кешеләр (мачаурҙар) тәрбиәләп тотҡан. Мәжүси йолалар һәм ғөрөф-ғәҙәттәр, башлыса, мариҙарҙа һәм удмурттарҙа һаҡланған (табыныу һәм ҡорбан килтереү урындары — изге сауҡалыҡтар).

Әҙәб.: Ф и л о н е н к о В.И. Отчёт о командировке в Бирский уезд, к язычникам-инородцам //Адрес-календарь Уфимской губернии на 1914 год. Уфа, 1914. 

Г.И.Ибулаев, И.Г.Петров, Р.Р.Садиҡов

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 08.08.2023