Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ИЗГЕ САУҠАЛЫҠТАР

Просмотров: 1440

ИЗГЕ САУҠАЛЫҠТАР, доға ҡылыу сауҡалыҡтары, мәжүсилек динен тотоусы мариҙар һәм удмурттарҙың төп дини йолаларын, ғибәҙәттәрен ҡылыу урындары. Ғаилә, ырыу, дөйөм ауыл, бер нисә ауыл, бөтә мари, бөтә удмурт И.с.; табыныу объектына ҡарап, бер йәки бер нисә илаһҡа бағышланған И.с. айырыла. Йолалар, ғибәҙәттәр йәй һәм көҙ культҡа хеҙмәт итеүселәр (мариҙарҙа — онаен, молла, удмурттарҙа — парчач) тарафынан изге ағас (мариҙарҙа — онапу, удмурттарҙа — лыкелян пу) эргәһендә башҡарыла. Башҡортостанда мариҙарҙың И.с. — Балтас, Бөрө, Дүртөйлө, Краснокама, Ҡалтасы, Ҡариҙел, Мишкә, Яңауыл, удмурттарҙыҡы Балтас, Борай, Ҡалтасы, Тәтешле, Яңауыл р‑ндарында урынлашҡан.

Әҙәб.: Филоненко В.И. Отчёт о командировке в Бирский уезд, к язычникам-инородцам //Адрес-календарь Уфимской губернии на 1914 год. Уфа, 1914.

Г.И.Ибулаев

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора:
Связанные статьи: