Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЯКОВЛЕВА Людмила Викторовна

Просмотров: 1130

ЯКОВЛЕВА Людмила Викторовна (6.7.1958, Арзамас ҡ.), педиатр, балалар кардиологы. Мед. ф. д‑ры (2000), проф. (2002). РФ‑тың почётлы юғары проф. белем биреү хеҙм‑ре (2014). БДМИ‑ны тамамлағандан һуң (1981) 1985 й. тиклем Респ. балалар клиник дауаханаһында эшләй. 1991 й. алып БДМУ‑ла (2010 й. башлап дипломдан һуң белем биреү ин‑тының интерн‑педиатрҙар әҙерләү һәм балалар кардиологияһы каф. мөдире). Фәнни эшмәкәрлеге балалар кардиологияһы, ревматологияһы, балаларҙа инфекцион булмаған төп хроник ауырыуҙарҙы иҫкәртеү мәсьәләләренә арналған. Я. тарафынан ювениль ревматоид артрит булғанда нервы, иммун һәм эндокрин системаларҙың үҙ‑ара бәйләнеше тикшерелә, балаларҙа ревматик ауырыуҙар булғанда баш мейеһе зарарланыуын диагностикалау ысулы эшләнә. 250‑нән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 1 уйлап табыу авторы. БР Балалар кардиологтары ижади берекмәһе рәйесе (1996 й. алып).

Х е ҙ м.: Фитотерапия при артериальной гипертензии. Уфа, 2010 (авторҙ.); Синкопальные состояния у детей. М., 2016 (авторҙ.).

Тәрж.­ Г.Ҡ.Ҡунафина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора: