ЯКОВЛЕВКА АРХЕОЛОГИК КОМПЛЕКСЫ
ЯКОВЛЕВКА АРХЕОЛОГИК КОМПЛЕКСЫ, Сармат мәҙәниәте археологик ҡомартҡылар төркөмө. Б.э.т. 5—1 бб. ҡарай. Хәйбулла р‑ны Яковлевка а. төньяҡ‑көнбайышҡа табан 0,6—2,8 км алыҫлыҡта урынлашҡан. 1945 й. Б.А.Коишевский тасуирлаған, 1989 й. Ю.А.Морозов, 1994—95 йй. В.К.Фёдоров һәм В.Н. Васильев (7 ҡурған), 2009 й. С.В. Сиротин (II Яковлевка ҡәберлеге) тарафынан тикшерелгән. Я.а.к. ҡурғанлы 8 ҡәберлек инә.
I Яковлевка ҡәберлеге ауылдан төньяҡ‑көнбайышҡа табан 1 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Төньяҡ‑көнсығыштан көньяҡ‑көнбайышҡа ҡарай бер‑бер артлы теҙелгән 3 ҡурғандан (диам. 16—24 м, бейеклеге 0,3—0,4 м) тора, уларҙың һәр береһе аҫтында 1—3 ҡәбер табылған. Мәйеттәр ағас япмалы ябай ҡәбер соҡорҙарында башы м‑н көньяҡҡа, һирәгерәк көньяҡ‑көнбайышҡа ҡаратып ерләнгән. Кремациялау эҙҙәре осрай, аҡбур онтағы һибеү теркәлгән. Керамика ауыҙ ситтәре тышҡа бөгөлгән һәм бәләкәй соҡор төртөктәр м‑н биҙәлгән әүәләп эшләнгән яҫы төплө һауыттарҙан ғибәрәт. Ҡәбергәҡорал (өс айырсалы, өс ҡырлы уҡ башаҡтары, тимер һаҙаҡ элмәктәр, ҡылыс, һөңгө остары, күн һаҙаҡтар), культ әйберҙәре (аяҡтары йәнлек һындары рәүешендә биҙәлгән таш ҡорбанлыҡтар), эш ҡоралдары (балсыҡ буранка һәм орсоҡбаш, тимер бысаҡтар һәм беҙ, таш ҡайраҡтар) һалынған. Бронза көҙгө һәм ҡаптырма, бронза һәм һөйәк суҡтар, һарыҡ һөйәктәре, буяуҙар һалынған ҡабырсаҡтар, кориандр орлоҡтары, быяла муйынсаҡтар табылған.
II Яковлевка ҡәберлеге (Оло) ауылдан төньяҡ‑көнбайышҡа табан 2,2 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Ҡәберлектә (диам. 50 м, бейеклеге 3,7 м) 9 ҡәбер урынлашҡан. Мәйеттәр салҡан һалып, башы м‑н көньяҡҡа, көньяҡ‑көнсығышҡа йәки көньяҡ‑көнбайышҡа ҡаратып ерләнгән. Ерләү ҡоролмалары ябай ҡәбер соҡорҙарынан, катакомбаларҙан, эстән көпләнгән, өҫ яҡтан ағас япмалары булған ҡәберлектәрҙән тора. Яңғыҙ, бер нисә мәйетте бергә ерләү һәм элекке ҡәбер өҫтөнә ерләү осраҡтары асыҡланған. Керамика әүәләп һәм ҡыҙыл балсыҡтан эшләнгән киң муйынлы Урта Азия һауыттарынан, хуш еҫле үләндәр яндырыу һауытынан ғибәрәт. Ир‑ат ҡәберҙәрендә эш ҡоралдары (тимер бысаҡтар, тишкестәр һәм беҙ, таш ҡайраҡтар, һөйәктән эшләнгән әйберҙәр), ҡорал (бронза уҡ башаҡтары, тимер һаҙаҡ элмәктәре, ҡылыстар, өс ҡырлы хәнйәрҙәр, балта һәм уҡ башаҡтары), бил ҡайыштары (бронза, тимер, алтын, көмөш суҡтар, тегеп ҡуйыла торған алтын һәм көмөш айылдар), ат егеү кәрәк‑ярағы (бронза һәм тимер маңлайсалар, тимер ауыҙлыҡтар, тоташтырыу балдаҡтары һәм элмәктәр), культ әйберҙәре (табаҡ рәүешендәге таш ҡорбанлыҡ‑миһрап); ҡатын‑ҡыҙҙыҡында биҙәүестәр (бронза һырғалар, бронза, тимер һәм көмөш беләҙектәр, көмөш муйын сулпыһы, эсе ҡыуыш алтын муйынсаҡ, муйынсаҡ бөртөгө, һырғалар һәм муйын сулпыһы, быяла муйынсаҡтар, сәйлән) осрай. Шулай уҡ бронза көҙгөләр, аҫлыҡлы ҡаҙан, ҡабырғаһында тотҡаһы булған яҡтыртҡыс, буяу һалынған ҡабырсаҡтар, ағас һауыттарҙың көмөш ҡоршауҙары табылған.
III Яковлевка ҡәберлеге (диам. 24 м, бейеклеге 0,3 м) ауылдан көнбайышҡа табан 0,6 км алыҫлыҡта урынлашҡан. 3 ҡәбер тикшерелгән. Мәйеттәр ағас япмалы оҙонса түңәрәк ҡәбер соҡорҙарында салҡан һалып, башы м‑н көньяҡҡа ҡаратып ерләнгән. Аҡбур эҙҙәре осрай. Ҡорал (өс айырсалы, өс ҡырлы уҡ башаҡтары, тимер хәнйәр һәм һаҙаҡ элмәктәре, күн һаҙаҡ һәм тоҡсай), эш ҡоралдары (тимер бысаҡтар, таш ҡайраҡ, һөйәк ҡалаҡ), керамика (ҡыҙыл буяу һалынған яҫы төплө һауыт, орсоҡбаш), бронза көҙгө, һарыҡ һөйәктәре, быяла муйынсаҡтар табылған.
IV Яковлевка ҡәберлеге (диам. 28 м, бейеклеге 0,9 м) ауылдан төньяҡҡа табан 2,7 км алыҫлыҡта урынлашҡан. 2 ҡәбер тикшерелгән. Мәйеттәр тура мөйөшлө ҡәбер соҡорҙарында салҡан һалып, башы м‑н төньяҡ‑көнбайышҡа, көньяҡ‑көнбайышҡа ҡаратып ерләнгән. Яндырылған ер ҡатламы, үлән, кейеҙ һәм туҙҙан торған күп ҡатлы түшәмә табылған. Ҡәбергә керамика (вертикаль һәм ҡыя һырҙар м‑н биҙәлгән, һемәкле яҫы төплө һауыт), бронза уҡ башаҡтары, хайуан һөйәктәре, янған туҡыма ҡалдыҡтары һалынған. Я.а.к. материалдары Миллимузейҙа һаҡлана.
С.В.Сиротин, В.К.Фёдоров
Тәрж. Д.К.Үзбәков