Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЙОМАҒУЖА, Күгәрсен р‑нындағы ауыл

Просмотров: 1179

ЙОМАҒУЖА, Күгәрсен р‑нындағы ауыл, Йомағужа а/с үҙәге. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. 30 км һәм Мәләүез т. юл ст. К.‑Көнс. табан 65 км алыҫлыҡта Ағиҙел й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 325 кеше; 1920 — 1320; 1939 — 2079; 1959 — 2355; 1989 — 5198; 2002 — 5343; 2010 — 4564 кеше. Башҡорттар, урыҫтар йәшәй (2002). Халҡы “Ергән МТС‑ы” ААЙ участкаһының Йомағужа ГЭС‑ында эшләй. 2 урта мәктәп (ш. иҫ. Йомағужа урта мәктәбе №1), Балалар сәнғәт мәктәбе, балалар баҡсаһы, балалар йорто, етем балалар һәм үҫмерҙәр өсөн соц. приют, үҫмерҙәр клубы, физкультура‑һауыҡтырыу комплексы, участка дауаханаһы, мәҙәниәт йорто (башҡ. халыҡ театры, “Илһам” халыҡ бейеүҙәре ансамбле, “Гәрәбә” башҡ. фольклор ансамбле), китапхана, мәсет бар.

Ауылға Нуғай даруғаһы Ҡыпсаҡ улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала, 1754 й. алып билдәле. Тәүге төпләнеүсе Йомағужа Бикбов (башҡа мәғлүмәттәр б‑са, Йомағужа Ҡаныев) исеме м‑н аталған. 1795 й. 14 йортта 97 кеше йәшәгән, 1866 й. 59 йортта — 335 кеше. Малс‑ҡ, игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет булған. 20 б. башында Й. 19 б. башында нигеҙләнгән Йомағужа утары ҡушыла. 1935—63 йй. Йомағужа районының адм. үҙәге. 1986 й. алып ҡала тибындағы ҡасаба, 2005 й. хәҙ. статусын ала.  В.М.Титов, А.П.Филиппов, Әлим Ә.Әхмәҙиев, Ә.Ә.Әхмәҙиев ошо ауылда тыуған.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019