Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЯЛСЫҒОЛ”, башҡорт халыҡ йыры

Просмотров: 934

“ЯЛСЫҒОЛ”, башҡорт халыҡ йыры, ҡыҫҡа көй. Тәүге тапҡыр йырҙың көйөн 1939 й. Л.Н.Лебединский И.Ш.Дилмөхәмәтовтан (ҡара: Дилмөхәмәтовтар) яҙып ала, Ғ.З. Сө­ләймәнов яҙмаһында “Башҡорт халҡ йырҙары” йыйынтығында баҫтырыла. Ялсығол исемле батрактың оптимистик йыры. Бейеү характерындағы көйө мажор пентатоникаһына нигеҙләнгән. Ҡушымталағы ике һәм өс киҫәкле үлсәмдәрҙең алмашыныуы йырға тәьҫирлелек өҫтәй һәм образды тулыһынса асырға булышлыҡ итә. Р.Ә.Мортазин тауыш һәм фп. өсөн, Р.В.Сәлмәнов, Х.Ф. Әхмәтов аккомпанементлы хор өсөн эшкәртә. Башҡарыусылар араһында — К.М.Дияров. Шулай уҡ 1939 й. Лебединский Б.Бикбайҙан яҙып алған ш. уҡ исемле ҡобайыр бар.

Г.Ә.Ишкинина

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 22.10.2021