Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЯМАЛЕТДИНОВ Ильис Миңлеәхмәт улы

Просмотров: 1292

ЯМАЛЕТДИНОВ Ильис Миңлеәхмәт улы (17.11.1936, БАССР‑ҙың Дәүләкән районы Дәүләкән эшселәр ҡсб, хәҙер Дәүләкән ҡ., — 23.2.2022, Өфө ҡ., тыуған ауылында ерләнгән), рәссам. БАССР‑ҙың атҡаҙанған рәссамы (1977). Рәссамдар союзы ағзаһы (2002). Түбәнге Тагил педагогия институтын тамамлаған (1973). 1974 й. башлап “Ағиҙел” ПБ‑ның өлкән, 1986 й. – баш рәссамы, 1992 й. алып Башҡортостан халыҡтары этнографияһы музейының (икеһе лә — Өфө ҡ.) ғилми хеҙмәткәре, 1993 й. — пропаганда бүлеге мөдире вазифаһын башҡарыусы, 1995—2017 йй. Өфө сәнғәт училищеһында уҡыта. Башҡортостан биҙәү‑ҡулланма сәнғәтенең ағасты художестволы һырлау төрөндә махсуслашҡан маһир оҫталарҙың береһе (ҡара: Нәфис ағас сәнғәте). Я. эштәре стилистика буйынса традицион башҡорт сәнғәте изделиеларына тартым; уларға йыйнаҡ, дөйөмләштерелгән формалар, тыйнаҡ аныҡ декор (геометрик, үҫемлек, күләмле Богородский биҙәктәре) хас. Ағастың төрлө төрҙәре менән (бирес, имән, йүкә, йыла, ҡайын, ҡарама, сәтләүек) һәм төрлө техникала (киртеп, уйып, өҫтән рельефлы һырлау; морилка менән буяу, төҫ биреү, полировкалау, балауыҙлау һ.б.; металл, тәбиғи таш менән инкрустациялау) эшләп, ағастың текстураһын һәм башҡа тәбиғи эстетик сифаттарын асыҡлай. Я. ижадында ижау (ике бәләкәй сүмес менән “Һабантуй”, 1980; “Туған моңдар”, 1997 һ.б. сериялар), ҡымыҙ (“Бөрйән”, 1985; тәпән һәм сүмес), бал, бишбармаҡ, сәксәк өсөн һауыттар, туҫтаҡтар, ҡалаҡтар (буҙа ҡойоу өсөн “Гөлсәсәк” ҡалағы, 1997), шулай уҡ “Аҡбуҙат”, “Умартасы”, “Аттар”, “Бал мискәһе тотҡан айыу” декоратив скульптуралары, композициялар (“Йәштәр”, 1998) һ.б. урын алған. “Артыш” ижади берекмәһе ағзаһы (1995). Уҡыусылары араһында Г.Ғ.Калитов бар. 1964 й. алып күргәҙмәләрҙә ҡатнаша. Шәхси күргәҙмәләре: Дүртөйлө, Мәләүез (икеһе лә — 1993), Бәләбәй, Туймазы (икеһе лә – 1994), Октябрьский (1995), Ашхабад (1996), Өфө (1996, 2001, 2002, 2012), Мәскәү ҡҡ. (2007). Эштәре Нестеров М.В. исемендәге художество музейы коллекцияларында, Милли музейҙа, Рәсәй этнография музейында (Санкт‑Петербург ҡ.), Халыҡ ижады музейында (Шәки ҡ., Әзербайжан), Венгрия этнография музейында (Будапешт ҡ.) һ.б., Рәсәйҙә һәм сит илдәрҙә шәхси йыйылмаларҙа һаҡлана. “Оло Урал оҫталары” (“Мастера Большого Урала”) Төбәк халыҡ художество кәсептәре һәм һөнәрҙәре күргәҙмәһе лауреаты (Ҡурған ҡ., 1999). БАССР‑ҙың Салауат Юлаев исемендәге премияһы лауреаты (1985).

  Әҙәб.: Я н б у х т и н а А.Г. Башкирские сувениры=Башҡорт сувенирҙәре. Уфа, 1982; Профессиональное декоративно‑прикладное искусство Башкортостана: кат. 3‑й респ. выст. /авт.‑сост. С.В.Игнатенко. Уфа, 2008.

Л.И.Ҡоҙаярова

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 11.11.2022
Связанные статьи: