Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

НӘФИС АҒАС СӘНҒӘТЕ

Просмотров: 2043

НӘФИС АҒАС СӘНҒӘТЕ, башҡорттарҙың традицион көнкүрешендә һәм хужалығындағы төрлө тәғәйенләнештәге ағас (ҡайын,__ ҡарама, имән, йүкә, уҫаҡ һ.б.), ш. уҡ туҙ, оро, ҡайыр, сыбыҡ, һалабаш, ҡурыз ҡулланып эшләнгән әйберҙәр; уларҙы нәфис эшкәртеү. Ағастың күп, ныҡ һәм ш. уҡ ваҡытта эшкәртеүҙә еңел булыуы, тәбиғи матур текстураһы уны киң ҡулланырға мөмкинлек бирә. Һауыт‑һаба, мебель, төрлө эш, һуғыш ҡоралдары һәм ат егеү кәрәк‑ярағы, солоҡсолоҡ, һунар, балыҡсылыҡ һәм йөрөү саралары өсөн ҡулайламалар яһағанда; торлаҡ һәм хужалыҡ ҡаралтылары (ҡара: Торлаҡ, Тирмә) төҙөгәндә ҡулланылған. Ағас эшкәртеү һәм ағас әйберҙәр эшләү Башҡортостандың урманлы һәм таулы-урманлы райондарында үҫеш алып, традицион кәсепкә әйләнә. Көнкүреш һәм хужалыҡ йыһаздарын биҙәп эшләүҙә башлыса тоташ һырлау (уйылған, контурлы, рельефлы), ҡайһы берҙә үтә тишеп һырлау һәм скульптур һырлау, һирәгерәк рәсем ҡулланылған. Ағас һырлау башҡорттарҙың биҙәү-ҡулланма сәнғәтенең иң таралған төрҙәренең береһе, уға предмет үлсәмдәренең пропорциональ, рәсем, һырлау алымдарының аҙ булыуы, аныҡ пластика, орнамент биҙәктәрен ентекле һайлап алыу һәм уларҙы эске логика талап иткәнсә урынлаштырыу хас. Орнамент иһә әйберҙең образына өҫтәмә генә була. Айырыуса аш-һыу һауыт-һабаһы формаларының һәм һырлы биҙәктәренең матур булыуы м‑н айырылып тора (ҡара: Ағастан эшләнгән өй кәрәк‑ярағы). Төрлө әйберҙәр төрлөсә биҙәлгән: ижау эшләгәндә, ғәҙәттә, скульптур һырлау ҡулланылған; батмандар, ҡымыҙ сеүәтәһе ике ҡырлы‑уйымлы нескә контурлы һырҙар йәки өс ҡырлы соҡорсоҡтар м‑н биҙәлгән; ҡымыҙ һәм бал сеүәтәләренә рельефлы биҙәктәр хас булған. Башҡорттарҙың һырлап эшләнгән хужалыҡ йыһаздарын берҙәм стиль айырып торһа ла, ш. уҡ ваҡытта төрлө этнографик төркөмдәрҙең биҙәү традициялары үҙенсәлекле булыуы бер үк ижад өлгөләренең һәм орнаменттарҙың күп варианттары барлыҡҡа килеүгә сәбәпсе була, уларҙы халыҡ сәнғәтенең камил әҫәрҙәрендә, атап әйткәндә, ш. уҡ скульптура элементтары, йәнле тәбиғәт образдары сағылыш тапҡан ҡымыҙ ижауҙарында күрергә мөмкин. Уларҙың төбө киң һәм бер аҙ түңәрәк, һирәгерәк яҫы йәки тотошлай түңәрәк, аҙ ғына күтәрелеп торған һемәге һәм һырлы тотҡаһы булған. Оҙонса булғанға, ижау һыуҙа йөҙгән ҡошто йәки кәмәне хәтерләткән. Ҡош башына оҡшатып эшләнгән тотҡаһы ҡатмарлы конструкциялы (тәпәнгә элеп ҡуйыр өсөн элмәкләп эшләнә, төрлө ҡулсалар, спираль рәүешендәге элементтар, тоташ таҡтала һәм үтә тишеп уйылған һырлы биҙәктәр) була, ҡайһы берҙә сылбыр м‑н тамамланған (ижау м‑н сылбыр бер бөтөн ағас киҫәгенән эшләнгән). Уникаль һәм нескә ижад өлгөһө булған бындай сылбырҙа дүңгәләктәр һаны 100 һәм унан да күберәк булырға һәм уртаһында елеп барған йыртҡыс фигураһы булған ҡулса м‑н ослап ҡуйылырға мөмкин (ҡара: Тотемизм). Ҡымыҙ һәм бал өсөн һауыттарҙың ситтәрендәге һәм ҡапҡастарындағы биҙәктәрҙә соляр символика күҙәтелә. Тәпәндәр башлыса шыршы, кәкерсәк, сатраш, өсмөйөш рәүешендәге геом. фигуралар рәттәре м‑н һырлап биҙәлгән. Йыш ҡына “арҡан” биҙәге ҡулланылған: улар м‑н һауыттарҙың стенаһындағы һәм ҡапҡастарындағы түңәрәктәрҙе билдәләгәндәр. Дөйөм алғанда, орнаменттар традицияға ярашлы эшләнә: биҙәкләү деталдәре ҙур һәм аныҡ төшөрөлгән фигуралар м‑н билдәләнгән төп сюжетҡа буйһондорола. Орнамент төшөрөлгән тәпәндәр йыш ҡына йәшел йәки асыҡ йәшел төҫкә буяла, бер нисә төҫ ҡулланыу бик һирәк осрай; ҡайһы берҙә сигеү һәм туҡымалар биҙәктәрендә ҡулланылған элементтар м‑н биҙәгәндәр (ҡара: Туҡыусылыҡ). Батмандарҙың өҫкө яғынан һәм ҡапҡасынан кәкерсәктәр һыҙаты үткәрелә. Һырлы биҙәктәр, ғәҙәттә, әсетелгән бал мискәләренең ҡапҡастарында ғына эшләнгән; уны кәкерсәктәр һәм ҡыйғастар уратып торған, тик батмандарҙан айырмалы, рельефлы һүрәттәр яһалған. Шәмдәлдәр, ш. уҡ бал өсөн аҫлы сеүәтәләр ҡатмарлы скульптура формалары м‑н айырылып тора, уларҙы биҙәүҙә ромб формаһындағы орнамент (ул пунктир һыҙыҡтар йәки төрткө м‑н төшөрөлә), һәленеп торған дүңгәләктәр һәм пирамида рәүешендәге сулпылар ҡулланыла. Башҡа аҙыҡ-түлек һауыт-һабаһы ыҡсым формалы була, бик тәрән уйылмаған өсмөйөш һ.б. ябай биҙәктәр м‑н биҙәлә; матур һырлы биҙәктәр ҡумталарға һәм традицион милли музыка ҡоралы ҡурай футлярына һалына. Туҙҙан эшләнгән өй кәрәк‑ярағы башлыса Урал аръяғында таралған була. Алдан әҙерләнгән форма ялтырап торған ҡара ат ялы м‑н тегелә һәм ул туҙҙың яҡты фонында ҡабарып тора. Икенсе төрлө алым да осраған: туҙҙа бәләкәй өсмөйөш тишеп, аҫтына төрлө төҫтәге (ҡыҙыл, йәшел, һары) буҫтау киҫәктәрен һалғандар; өсмөйөштәр һәм төҫтәр алмашынып торған. Ҡайһы берҙә был ике алым бер үк ваҡытта ҡулланылған. Йорт йыһаздарынан башҡорттар һандыҡ һәм һандыҡ-аяҡ, түшәк‑яҫтыҡ өсөн һәндерә, урын-аяҡ, һике һәм шкафтар яһаған, уларҙы биҙәүҙә һырлауҙы ла, майлы буяуҙарҙы ла ҡулланған. Орнамент биҙәктәре мебелдең башҡорттарға хас әйбер, йәки күсмә тормоштан ултыраҡ тормошҡа күскәндә үҙләштерелгән йыһаз булыуына ҡарап эшләнә. Традицион мебелгә тура, ҡыя, тулҡынлы һыҙыҡтар, ромб, кәкерсәк, квадрат, түңәрәк, ҡусҡар биҙәктәр, розетка рәүешендә фигуралар, ш. уҡ биҙәктәрҙә йәшел төҫкә өҫтөнлөк биреү хас. Буфеттарҙы биҙәүҙең ҡайһы бер элементтары көнсығыш стилендә һырлана (Урта Азияның төрки халыҡтарында йыш осраған яҫы рельефлы һырлауға оҡшатып яһалған), ул биҙәк башҡа әйберҙәрҙе биҙәгәндә лә осрай. 19 б. аҙ. таралған шкафтар, өҫтәл‑тумбочкалар, ишек биҙәктәре (сәскә шәлкемдәрен һәм айырым сәскәләрҙе япраҡтар м‑н эшләү) урыҫ традицияһынан үҙләштерелгән була. Йөн иләү, туҡыу ҡоралдары, ш. уҡ ҡамыт, дуға, эйәр ҡашы, өҙәңге һәм хужалыҡ әйберҙәренең төрлө ағас өлөштәрен тырнаҡ рәүешле уйымдар м‑н биҙәгәндәр һәм был рәсемдәрҙә урындағы традициялар ҙа, шулай уҡ башҡа халыҡ мәҙәниәтенең йоғонтоһо ла күҙәтелә. Көнкүреш әйберҙәрендәге һырлау м‑н бер рәттән 19 б. 2‑се ярт. татар һәм урыҫ биҙәү‑ҡулланма сәнғәте йоғонтоһонда Башҡортостандың бөтә терр‑яһында архитектур һырлау киң үҫеш ала, уның м‑н тәҙрә йөҙҙәрен, ағас йорттарҙың тупһаларын, фронтондарын, ҡапҡаларҙы биҙәгәндәр. Уларҙа үҙләштерелгән элементтар м‑н башҡорттарҙың биҙәү‑ҡулланма сәнғәтендәге милли һыҙаттарҙы үҙ эсенә алған орнаменталь композициялар нығынып ҡала. 20 б. уртаһында — 21 б. башында архитектур һырлау дөйөм халыҡ ижадының иң таралған төрҙәренең береһе була. Уның орнаментикаһына яңы элементтар (хеҙмәт символдары, лавр ботаҡтары, башаҡтар һ.б.) индерелә, образдарҙың реалистик стилдә башҡарылыуы һәм орнамент мотивтарының ябайлашыуы күҙәтелә; декор берҙәм стилистикаға яраҡлаштырыла, майлы буяуҙар ҡулланыу киң тарала һәм айырым осраҡтарҙа күп эш талап иткән һырлауҙы алмаштыра. Архитектур һырлауҙан айырмалы рәүештә, революциянан һуң башҡ. көнкүреш һырлау сәнғәте тарҡала башлай, 20 б. 50‑се йй. аҙ. халыҡта башҡ. көнкүрешенең традицион ағас әйберҙәрен эшләү оҫталығы юғала тиерлек. 20 б. 60‑сы йй. башында “Ағиҙел” ПБ ойошторолоу м‑н традицион материал булған ағасҡа ҡыҙыҡһыныу кире ҡайта, был проф. һырлаусы рәссамдарҙың барлыҡҡа килеүенә булышлыҡ итә. Хәҙ. заман ағас һырлау сәнғәте ике йүнәлештә үҫешә: милли традицияларҙы яңынан тергеҙеү һәм үҫтереү, уларҙы ижади интерпретациялауҙы автор эксперименттарына тиклем еткереү. Башҡорттарҙың ағас һырлауҙағы боронғо алымдарын И.М.Ямалетдинов тергеҙә: ул эшләгән хужалыҡ йыһаздары башҡорттарҙың һырлау сәнғәтенең традицион стилистикаһына эйә. Рәссам әйберҙәрҙе ҡулланыу яғынан да традицияға тоғро ҡала: ижауҙарының тотҡалары һәр ваҡытта ла элгесле (“Ҡымыҙ” ижауы, 2002). М.Р.Хәлилов (“Ижау”, 1995) м‑н М.Х.Дәүләтйәров (“Шәжәрә”, 2001) ижауҙарына импровизация сифаты хас, башлыса экспозиция йәки сувенир өсөн тәғәйенләнгән, шуға ла сүмес тотҡалары ырғаҡһыҙ эшләнә, һырлы биҙәктәр, башҡ. орнаменты элементтары ирекле интерпретациялана. Дәүләтйәровтың “Ҡурай сәскәһе” (2001) ижауында, мәҫ., халыҡ сәнғәтенең боронғо ҡомартҡыларына хас булмаған ҡурай сәскәһе төп мотив булып тора. Урыҫ оҫталарының ағасты һырлап биҙәү алымдарын (тоташ ағасты шымартып тормайынса рельефлы һырлау һәм традицион урыҫ орнаменттарындағы “миләш”, “бөҙрә” һ.б. мотивтары) А.И.Шиканов (“Урман аҡланы” табағы, 1989); туҙҙы һырлауҙы Ю.П.Дорофеев (“Аҡ сәскә” тырызы, 1994) тергеҙә. Улар эшләгән тырыздар, ҡумталар, тартмаларҙа, ш. уҡ ҡатын-ҡыҙ биҙәүестәрендә башҡ. сәнғәтенән күп төрлө булыуы һәм ҡупшылығы м‑н айырылып торған урыҫ туҙ әйберҙәренә хас формалар һәм алымдар күҙәтелә (“Беләҙек”, 2002). Интерпретация йүнәлеше Е.А.Винокуров, Е.Л.Кудрина һәм В.М.Ханнанов эштәрендә сағыла. Кудрина стиль эҙләнеүҙәрендә статик форма, аныҡ силуэт, буяуҙы урыны‑урыны м‑н ҡулланып биҙәлгән урыҫ халыҡ уйынсыҡтарына һәм скульптураға, ш. иҫ. ҡурсаҡ-панк һәм дини уйынсыҡ-скульптураларына, таяна. Автор йыш ҡына үҙенең эштәрен биҙәгәндә өҫтәмә материалдар (металл, ҡауырһындар һ.б.) индерә һәм әҫәрҙәрендә символиканы, образлылыҡты көсәйтә (“Лесовуха” декоратив скульптураһы, 1994). Әҫәрҙәрҙә “йөҙ”гә һәм “сырай”ға ҙур әһәмиәт бирелә, ул һәр саҡ үҙенсәлекле була (“Зәңгәр күлдәкле ҡурсаҡ” декоратив скульптураһы, 1996; ағас, буяуҙар). Винокуровтың ҡыҙыҡһыныу сфераһы — урыҫ халыҡ нағышындағы орнамент биҙәктәренең сюжеттары, образдары һәм элементтары, ул әҙер таҡта киҫәгендә сигеүҙе хәтерләткән биҙәктәр яһай (“Берегиня” триптихы, 1997). Ханнанов турағыс таҡтаны биҙәүҙә (“Традицион башҡорт орнаментын гиперкиңлек аша аңһыҙ фаразлауҙар” циклы, 1995—96) ҡусҡар орнаменты мотивтарын интерпретациялай; төп колорит алымы сифатында башҡ. сигеүҙәре һәм аппликациялары өсөн хас булған контраст фон, орнамент ҡуллана. Н.Г.Пермяков, Р.М.Фәтҡуллин, А.Н.Журкин, Н.Ғ.Байбурин эштәре нигеҙендә — автор эксперименты. Пермяков эшләгән мебелдәр ҙур оҫталыҡ м‑н айырылып тора; һәр бер эшендә авторҙың бай фантазияһы асыҡ сағыла (“Тулҡын” өҫтәле, 1997). Фәтҡуллин йыш ҡына композицияһына ағас ектәренең формаһына тап килгән көҙгө киҫәктәрен беркетеү алымын файҙалана. Бер композицияла төрлө сифатлы ике материалды – ҡаты ағасты һәм ватылыусан быяланы берләштереү сағыу образдар тыуҙыра, рәссам ижадының төп темаһын — Мәңгелек һәм Ваҡытлы донъяны фәлс. сағыштырыуҙы — (“Әңгәмә” декоратив рельефы, 1996) асып бирә. Журкин эштәренә ағастың иң тәьҫирле алымы булған, традицион текстура биҙәген төшөрөү хас (“Ҡош” декоратив композицияһы, 1996). Байбурин эштәренең образлылығы авторҙың мифологик ҡараштарынан сығып үҫешә (“Әҙәм һәм Һауа” декоратив скульптураһы, 1999). Ул инсталляция принцибын – техниканы һәм төрлө материалдарҙы (йүкә, кокос сүсе, акрил һ.б.) ҡатнаштырыуҙы ҡуллана, ағасты үҙенең тәбиғи төҫөндә бик һирәк ҡалдыра, ғәҙәттә, тотошлай буяй. Башҡортостандың хәҙ. заман сәнғәтендә ағасты ш. уҡ скульптурала һәм интерьер дизайнында киң ҡулланалар. Халыҡ ижады үҙәге эшмәкәрлегенең бер йүнәлеше — ағастан нәфис әйберҙәр эшләүгә бәйле булған халыҡ кәсептәрен булдырыу һәм пропагандалау. Ағастан яһалған традицион һәм проф. биҙәү-ҡулланма сәнғәте өлгөләре Милли музей, БДХМ, “Оҙайлы һаҡлауҙар фонды” ААЙ, “Урал” галереяһы һ.б. (ҡара: Һынлы сәнғәт галереялары), Рәсәй халыҡтарының этнография музейы (С.‑Петербург), ТР‑ҙың Милли музейы (Ҡазан), Халыҡ сәнғәте һәм этнография музейы (Будапешт) һ.б. коллекцияларында, Рәсәйҙә һәм сит илдәрҙә шәхси йыйылмаларҙа һаҡлана.

Әҙәб.: Профессиональное декоративно-прикладное искусство Башкортостана: кат. 1‑й респ. выст. /авт.‑сост. С.В.Евсеева. Уфа, 1997; Профессиональное декоративно- прикладное искусство Башкортостана: кат. 2‑й респ. выст. /авт.-сост. С.В.Игнатенко. Уфа, 2002.

С.В.Игнатенко, Н.Х.Хисмәтуллина

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

 

 

 

 

 

 

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019