Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЙӘНӘБИ Төхвәт

Просмотров: 1607

ЙӘНӘБИ Төхвәт (ысын исеме Кәлимуллин Төхвәтулла Кәлимулла улы; 14.2.1894, Өфө губ. Бәләбәй өйәҙе Урсай а., хәҙ. БР‑ҙың Миәкә р‑ны Йәнәби‑Урсай а., — 10.7.1938, Өфө), яҙыусы. Граждандар һуғышында ҡатнашыусы. Стәрлебаш мәҙрәсәһендә уҡый (1910—12), Я.М.Свердлов ис. Коммунистик ун‑тты тамамлаған (Мәскәү, 1920). 1921 й. Үҫәргән кантонында партия эшендә. 1922 й. алып Арғаяш кантонында енәйәттәрҙе тикшереү нач., ауыл сәнәғәте советы рәйесе; 1924 й. —“Башҡурдистан” (ҡара: “Башҡортостан”) гәз. хеҙм‑ре, 1927— 30 йй., 1932—37 йй. яуаплы мөхәррире, бер үк ваҡытта “Ленин юлы” гәз., 1926—28 йй. “Һабан”, 1931—36 йй. “Түбәнге матбуғат”, 1932 й. һәм 1936—37 йй. “Үктәбер” ж. (ҡара: “Ағиҙел”) баш мөхәррире. 1937 й. БАССР Яҙыусылар союзы идараһының яуаплы секретары. Әҫәрҙәре 20‑се йй. баҫыла башлай. “Эш сыуағы” исемле тәүге шиғырҙар йыйынтығы 1926 й. сыға. “Боролмалы юлдар” (1930), “Еңеүселәр иле” (1935) шиғри йыйынтыҡтары, балалар өсөн яҙылған “Яҙ бүләге” (1928) һ.б. шиғырҙар китабы авторы. “Осҡондан ялҡын” (1925), “Бағаналы юл буйлап” (1930) һ.б. поэмалары йәмғиәттәге үҙгәртеп ҡороуҙарға, социализмдың еңеүенә арналған. “Тәүге танышыу” (1935) исемле юмористик хикәйәләр йыйынтығында патриархаль тормош ҡалдыҡтарынан көлә. “Партия һәм ауыл ярлылары” (1928), “Башҡорт ваҡытлы матбуғаты. 1919—1929” (1929) публицистик йыйынтыҡтары авторы. Й. әҫәрҙәре татар һәм урыҫ телдәренә тәржемә ителгән. 1‑се Бөтә Союз совет яҙыусылары съезы (Мәскәү, 1934) делегаты. Репрессиялана (1937), атыла. 1956 й. реабилитациялана. Яҙыусы исемен йөрөткән Йәнәби‑Урсай урта мәктәбендә музей эшләй, мәктәп алдына бюст, Өфөлә ул йәшәгән йортҡа мемориаль таҡтаташ ҡуйылған. Өфөлә, тыуған ауылында һәм Миәкә р‑ны Ҡырғыҙ-Миәкә а. уның исеме м‑н урамдар аталған.

Әҫәрҙ.: Һайланма әҫәрҙәр. Өфө, 1958; Һайланма шиғырҙар. Өфө, 1969.

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019
Связанные темы рубрикатора: