Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЙӘНБӘК Рәмил Әхмәт улы

Просмотров: 1659

ЙӘНБӘК (Йәнбәков)Рәмил Әхмәт улы [10.8.1952, БАССР‑ҙың Йомағужа р‑ны Дауыт‑Ҡайып а. (БР‑ҙың Күгәрсен р‑ны) — 11.1.2017, Өфө, тыуған яғында ерләнгән], шағир. БР‑ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре (2002). Журналистар союзы (1979), Яҙыусылар союзы (1993) ағзаһы. БДУ‑ны тамамлаған (1975). 1974 й. алып “Йәншишмә” гәз.: хәбәрсе, 1977 й. башлап бүлек мөдире, 1980 й. — яуаплы секретарь, 1986 й. — баш мөхәррир. 1992 й. алып (өҙөклөк м‑н) “Китап” нәшриәтендә: редакция мөдире, баш мөхәррир, 1994 й. авг. башлап директор. 1993—94 йй. БР Яҙыусылар союзы идараһының беренсе секретары. 1996 й. ғин. алып “Ватандаш”, нояб. — “Тамаша”, 1998 й. — “Ағиҙел” ж. баш мөхәррир урынбаҫары, 2014 й. “Сельские узоры” ж. мөхәррире. “Билдәһеҙ һағыш” (1992), “Тик һиңә табынам” (1994) шиғри йыйынтыҡтарына мөхәббәт лирикаһы ингән. “Бөркөт саңҡыуы” (2002) һәм “Аҡ ялан” (2007) китаптарына ингән әҫәрҙәренең нигеҙендә — Ватан һәм халыҡ яҙмышы, йәшәү һәм үлем һ.б. т‑да фәлс. уйланыуҙар. Шиғырҙарына комп. Р.Р.Ғайсин, С.Ә.Низаметдинов, Р.Р.Сәғитов һ.б. тарафынан йырҙар яҙылған. Ш.Хоҙайбирҙин (2002), З.Биишева (2006), Ф.Кәрим (2015) ис. пр. лауреаты.

Әҫәрҙ.: Тамғалы заман: шиғырҙар. Өфө, 2012.

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора: