Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

“ЯНҒАНТАУ”, бальнеология шифаханаһы

Просмотров: 1437

“ЯНҒАНТАУ”, бальнеология шифаханаһы, ДУП. Салауат р‑нында, Өфөнән төньяҡ‑көнсығышҡа табан 180 км һәм Кропачёво т. юл ст. (Силәбе өлк.) 43 км алыҫлыҡта Йүрүҙән й. уң ярында урынлашҡан. Климаты уртаса континенталь, ҡыш һалҡын (ғин. уртаса т‑ра ‑16°С), йәй йылы (июлдә уртаса т‑ра 17°С). 1937 й. тәж.‑клиника станцияһы бу­лараҡ асыла, 1941 й. башлап 2575‑се Өфө эвакуация госпитале филиалы, 1945 й. — хәҙ. исемдәге шифахана, 2002 й. хәҙ. статусын ала. Терәк‑хәрәкәт, периферик һәм вегетатив нервы, аш һеңдереү, бәүел бүлеп сығарыу системалары һ.б. ауырыуҙары булған пациенттар өсөн тәғәйенләнгән. Шифахана йыл әйләнәһенә эшләй, 840 койкаға иҫәпләнгән (2010). Төп дауалау факторҙары: климат, Ҡорғаҙаҡсығанағы, Янғантау тауының тәбиғи эҫе пары (40— 110°С) һәм ҡоро газы (50—65°С). Бальнеотерапия, дауалау физкультураһы, диетотерапия, физиотерапия, галотерапия, термотерапия һ.б. ҡулланыла. Шифахана “Һаулыҡ йорто” Бөтә Рәсәй форумында алтын миҙалдар м‑н бүләкләнгән (2006, 2007, 2009).

Әҙәб.: Бадретдинов Р.Р., Шакула А.В., Бадретдинова Л.М. Санаторий “Янган‑Тау”: биоклиматические ресурсы и климатолечение. Екатеринбург, 2007; Хурамшин И.Ш. Формирование теплогенеративного процесса и лечебных факторов курорта Янган‑Тау (геобиохимические, экспериментальные и клинические исследования). Уфа, 2007.

Р.Р.Бәҙретдинов Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 10.04.2023
Связанные статьи: