ЙӘНГИРОВ Азат Вәзир улы
ЙӘНГИРОВ Азат Вәзир улы (8.10.1977, Свердловск ҡ.), иҡтисадсы. Иҡт. ф. д‑ры (2009). БДУ‑ны тамамлаған (1999), 2002 й. алып шунда уҡ уҡыта: 2003 й. башлап Нефтекама филиалында (2005 й. алып иҡт.‑матем. ф‑ты деканы, бер үк ваҡытта 2011 й. башлап финанстарға дәүләт идараһы каф. мөдире), 2013 й. — Иҡтисад, финанс һәм бизнес ин‑тында (фәнни эштәр б‑са дир. урынбаҫары, 2017 й. алып дир., бер үк ваҡытта 2014 й. башлап макроиҡтисад үҫеше һәм дәүләт идараһы каф. мөдире). Фәнни эшмәкәрлеге төбәк продуктын анализлау методикаһын камиллаштырыуға, төбәк иҡтисады системаһында яңыртып етештереү потенциалын тикшереү концепцияһын эшләүгә арналған. 280‑дән ашыу фәнни хеҙмәт авторы.
Хеҙм.: Методология анализа воспроизводственного потенциала региона. Уфа, 2008. Экономический потенциал Республики Башкортостан. Уфа, 2008 (авторҙ.); Воспроизводственный потенциал Приволжского и Уральского федеральных округов. Уфа, 2008 (авторҙ.).
Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина