ЯНҒУРАЗОВ Әхмәт Мөхәмәтвәли улы
ЯНҒУРАЗОВ Әхмәт Мөхәмәтвәли улы (10.9.1910, Өфө губ. Бәләбәй өйәҙе Бүздәк а., хәҙ. БР‑ҙың Бүздәк р‑ны Иҫке Бүздәк а., — 12.9. 1978, Өфө), иҡтисадсы. Иҡт. ф. канд. (1953). БАССР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (1974). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. К.А.Тимирязев ис. Башҡорт пед. ин‑тын тамамлаған (1933). 1934—37 йй. Башҡ‑н инженер‑техник хеҙм‑рҙәрҙең һәм хужалыҡ етәкселәренең квалификацияһын күтәреү ин‑тында эшләй (1936 й. алып сәйәси иҡтисад каф. мөдире), 1939—41 йй. Башҡ‑н он тартыу сәнәғәте техникумы (икеһе лә — Өфө) директоры. 1944 й. башлап ВКП(б)‑ның Өфө ҡала ком‑ты секретары. 1948—53 йй. БДУ‑ла ситтән тороп уҡыу б‑са дир. урынбаҫары, 1956 й. алып сәйәси иҡтисад каф. мөдире, 1967— 78 йй. Бөтә Рәсәй ситтән тороп уҡыу финанс‑иҡт. ин‑тының Өфө ф‑ты деканы. Фәнни тикшеренеүҙәре нефтехимия сәнәғәте пр‑тиеларында хеҙмәт етештереүсәнлеген арттырыу мәсьәләләренә арналған. 60‑тан ашыу фәнни хеҙмәт авторы. Ҡыҙыл Йондоҙ (1942), “Почёт Билдәһе” (1961) орд. м‑н бүләкләнгән. 1937 й. репрессиялана, 1939 й. аҡлана.
З.Ә.Янғуразова Тәрж. А.Н.Күсеев