ЮНЫСОВА Айһылыу Билал ҡыҙы
ЮНЫСОВА Айһылыу Билал ҡыҙы (11.4.1951, Стәрлетамаҡ ҡ.), тарихсы. Тарих фәндәре докторы (1997), профессор (1999). РФ‑тың (2016) һәм БР‑ҙың (1997) атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре. Б.Х.Юлдашбаевтың ҡыҙы. ЛДУ‑ны тамамлағандан һуң (1976) 1979 й. тиклем БДМИ‑ла, 1983 й. алып БДУ‑ла (1999 й. башлап яңы һәм өр‑яңы тарих кафедраһы мөдире) уҡыта. 2003—16 йй. Этнологик тикшеренеүҙәр институты директоры, бер үк ваҡытта 2011—18 йй. алып РФА Өфө федераль тикшеренеүҙәр үҙәге Президиумының фәнни эштәр буйынса рәйес урынбаҫары. Фәнни тикшеренеүҙәре дин ғилеменә, Башҡортостандағы этноконфессиональ процестарға һәм конфессия‑ара мөнәсәбәттәргә, Урал‑Волга буйы халыҡтарының үҙ‑ара этномәҙәни бәйләнешенә, Рәсәйҙәге этносәйәси һәм этносоциаль процестарға арналған. Рәсәй тарихсы‑архивсылар йәмғиәтенең Башҡортостан республикаһы бүлексәһе рәйесе (2000—19).
Х е ҙ м.: Ислам в Башкортостане. М., 2007; Ислам и мусульмане Южного Урала в правовом пространстве Российской империи: документальная антология XVI—XIX вв. Уфа, 2011; 225 лет Центральному духовному управлению мусульман России. Уфа, 2013.
Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина