ЮНЫСОВА Гөлфиә Аҙнағол ҡыҙы
ЮНЫСОВА (Иҙелбаева) Гөлфиә Аҙнағол ҡыҙы (10.9.1948, БАССР‑ҙың Әлшәй р‑ны Һарыша.),шағирә. БР‑ҙың халыҡ шағиры (2015), РФ‑тың (2005) һәм БАССР‑ҙың (1989) атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре, БР‑ҙың мәғариф отличнигы (2000). Яҙыусылар союзы(1974), Журналистар союзы (1979) ағзаһы. БДУ‑ны тамамлаған (1971). 1970 й. алып Сибай пед. уч‑щеһында уҡыта, 1973 й. башлап “Совет Башҡортостаны” гәз. өлкән әҙәби хеҙм‑р, 1974 й. — “Пионер” (ҡара: “Аманат”) ж. әҙәби хеҙм‑р, 1978—99 йй. “Башҡортостан ҡыҙы” ж. баш мөхәррир. “Миңә бары өс кенә” исемле тәүге шиғырҙар йыйынтығы 1969 й. сыға. “Зәңгәр тубым” (1971), “Өйҙәр йылмая” (“Дома улыбаются”; 1980), “Һандуғас моңо” (1998), “Йәйғор” (2003) һ.б. шиғри йыйынтыҡтарына ингән балалар өсөн әҫәрҙәрендә шағирә тирә‑яҡ донъяны сағыу итеп һүрәтләп, балалар психологияһын яҡшы аңлауын күрһәтә. “Буҙ турғай йыры” (1983), “Өмөтөмдән юғалма” (1990), “Аҡ ямғыр” (1998) йыйынтыҡтарына ингән шиғырҙарының төп үҙенсәлектәре — гражданлыҡ темпераменты, публицистиклыҡ, нескә күҙәтеүҙәр һәм тормош хаҡында уйланыуҙар. Әхлаҡ, тәрбиә, йәмғиәт тормошо һ.б. проблемаларға арналған публицистик мәҡәләләр авторы. Ю. әҫәрҙәре белорус, грузин, ҡарағалпаҡ, урыҫ, фин, әзербайжан, япон һ.б. телдәргә тәржемә ителгән. Ҡ.Ш.Кулиев, А.П. Филиппов һ.б. шиғырҙарын башҡорт теленә тәржемә иткән. “Осоп булмай ҡанатһыҙ” пьесаһы Сибай башҡорт драма театрында ҡуйыла. Ю. шиғырҙарына комп. Н.Ә.Дауытов, С.Ә.Низаметдинов, Р.Х. Сәхәүетдинова һ.б. тарафынан йырҙар яҙылған. Рәсәй ҡатын‑ҡыҙҙары союзы рәйестәше (1990—93), Башҡорт ҡатын‑ҡыҙҙары йәмғиәте рәйесе (2003—04). РСФСР ЮС‑ының 12‑се саҡырылыш, БР Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙың 2‑се саҡырылыш депутаты. БР‑ҙың Һ.Дәүләтшина ис. Дәүләт пр. (2006), М.Аҡмулла ис. пр. (2000) лауреаты. “Почёт Билдәһе” орд. м‑н бүләкләнгән (1984).
Ә ҫ ә р ҙ.: Һайланма әҫәрҙәр. 2 томда. 1‑се т. Шиғырҙар, йырҙар. Өфө, 2011; Наша песня: стихи. М., 1986; Надежда: стихотворения. М., 1988.
Тәрж.Р.Ә.Сиражитдинов