Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЙОНОС, Мәсетле р‑нындағы ауыл

Просмотров: 903

ЙОНОС, Мәсетле р‑нындағы ауыл, Йонос а/с үҙәге. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 23 км һәм Һилейә т. юл ст. (Силәбе өлк.) Т.‑Көнб. табан 149 км алыҫлыҡта Әй й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 570 кеше; 1920 — 315; 1939 — 234; 1959 — 259; 1989 — 373; 2002 — 382; 2010 — 457 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Төп мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана, мәсет бар.

Ауылға 18 б. 2‑се ярт. Себер даруғаһы Ҡошсо улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә Уразай исеме м‑н (тәүге төпләнеүсенең исеменән, уның улы сотник Йонос Уразаев билдәле) нигеҙ һала. Шулай уҡ Тимерәк булараҡ билдәле булған. 80‑се йй. алып хәҙ. исемен йөрөтә. 1795 й. 16 йортта 91 кеше йәшәгән, 1865 й. (Тимерәк а. м‑н бергә иҫәпкә алынған) 51 йортта — 255 кеше. Малс‑ҡ, игенселек, умарт‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет булған. 1906 й. Йонос‑Тимерәктә мәсет, мәҙрәсә, бакалея кибете, мөгәзәй теркәлгән. Ауыл эргәһендә Йонос торамаһы табылған. М.А.Ниғмәтуллин ошо ауылда тыуған.

Г.Т.Хөсәйенова

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019