Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЙӘРМИНКӘ

Просмотров: 1245

ЙӘРМИНКӘ (нем. Jahrmark), 1) билдәле бер урында даими ойошторолған баҙар; 2) ваҡыты м‑н уҙғарылып торған сауҙа урыны. Й. тауар ҡулаҡсаға бирелгән йәки башҡа тауарға алмаштырылған. Башҡортостанда тәүге Й. 19 б. 30‑сы йй. Ырымбур губернаһының өйәҙ ҡалаларында уҙғарыла башлай. Ырымбур һәм Өфө губерналары Й. урындағы а.х. продукцияһы, ҡулдан яһалған әйберҙәр (ҡара: Һөнәрселек кәсебе), ш. уҡ башҡа губерналарҙан килтерелгән мануфактура тауарҙары м‑н сауҙа иткәндәр. 60‑сы йй. Өфө өйәҙендә — 5, Бөрө өйәҙендә — 2, Златоуст өйәҙендә — 2, Минзәлә өйәҙендә 1 (иң ҙуры; 26 дек. алып 11 ғин. тиклем була; 1 млн һумлыҡ тауар һатыла) Й. үткәрелә. 19 б. аҙ. Һамар—Златоуст т. юлы төҙөлөү м‑н Й. элекке әһәмиәтен юғалта (тауар стационар сауҙа селтәренә даими килтерелә). 20 б. башында Өфө губ. үткән Й. (ҡара: табл.) дөйөм сауҙа әйләнеше яҡынса 3 млн һум иҫәпләнә. Өфө өйәҙендә һатыу күләме 16,5%, Бөрө өйәҙендә — 32,5%, Златоуст өйәҙендә — 24%, Стәрлетамаҡ өйәҙендә 54,7% тәшкил итә. Революциянан (1917) һуң Й. үткәреү туҡтала һәм яңы иҡтисади сәйәсәт осоронда тағы йәнләнә. 20 б. 90‑сы йй. баҙар иҡтисадына күсеү м‑н Й. эшмәкәрлеге 28.12.2009 үҙ көсөнә ингән “Рәсәй Федерацияһында сауҙа эшмәкәрлеген дәүләт көйләүе нигеҙҙәре тураһында” федераль законы м‑н көйләнә. БР Хөкүмәтенең 8.5.2007 үҙ көсөнә ингән “Башҡортостан Республикаһы территорияһында йәрминкәләр үткәреү һәм унда тауар һатыу тәртибе тураһында” ҡарарына ярашлы респ. ҡала һәм район үҙәктәре майҙанында, күргәҙмә үҙәктәрендә (“БашЭКСПО”, “Янтарь”, ВДНХ), мәҙәниәт һарайҙарында йыл һайын (“Нефтсе”, Өфө ҡала мәҙәниәт һарайы) миҙгелле, махсус (а.х., сәнәғәт, күсемһеҙ милек һ.б.) универсаль Й. һәм Й.‑күргәҙмәләр уҙғарыла.

 

Е.В.Банникова

Тәрж. М.Х.Хужин

19 б. аҙ. — 20 б. башында Өфө губернаһында үткән йәрминкәләр

Өйәҙ

Йыл

Йәрминкәләр иҫәбе (урыны)

Бәләбәй

1885

3 (Баҡалы, Бүздәк, Турай аа.)

 

1909 (февр.—март, окт.)

12

Бөрө

1874

29

 

1909 (ғин.)

64

Минзәлә

1874

16

 

 

 

Стәрлетамаҡ

1874

3 (Мәләүез, Табын, Яңы Ҡарамалы аа.)

 

1909 (февр. һәм окт.)

1 (Стәрлетамаҡ ҡ.)

Өфө

1860‑сы йй.

10

 

20 б. башы (ғин.—февр.)

1 (Өфө)

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 14.08.2023
Связанные статьи: