Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

САУҘА

Просмотров: 1554

САУҘА, алыш‑биреш юлы м‑н тормошҡа ашырылған тауар әйләнеше формаһы, иҡтисад тармағы. Күмәртәләп һәм ваҡлап һатыу, эске һәм тышҡы сауҙа, ойоштороу формаһы б‑са аукцион, биржа, комиссия, тауар ебәреү һәм башҡа С. айырыла. Боронғо ваҡытта С. урынын алмашыу алып тора: күршеләр, игенселек һәм һыйырсылыҡ үҫешкәндән һуң ер эшкәртеүселәр һәм күсмә ҡәбиләләр (ҡара: Күсмә тормош) араһында тауар м‑н алмашыу бара. Башҡортостанды Урта Азия м‑н бәйләгән Каруан сауҙа юлдары Яҡын һәм Урта Көнсығыш, Ҡытай һ.б. илдәр м‑н С. алып барыуҙың үҫеүенә булышлыҡ итә. Көньяҡ Уралдан сит илдәргә ҡиммәтле йәнлек тиреләре, тире, мал, бал һәм тау эше үҫешкәндән һуң металлургия производство продукцияһы сығарыла; уларға алмашҡа ебәк, көмөш һауыт‑һаба, биҙәүестәр, тәңкәләр (ҡара: Аҡса) һ.б. индерелә. 1653 й. Рәсәйҙә Сауҙа уставы халыҡҡа еткерелә, уға ярашлы берҙәм сауҙа пошлинаһы билдәләнә (тауар хаҡының 5%‑ы). Рәсәйҙә Урта һәм Үҙәк Азия илдәре м‑н һатыу итеүҙең иң эре тышҡы С. үҙәктәре булып Ырымбур (ҡара: Ырымбур алыш‑биреш йорто), Өфө, Троицк (ҡара: Троицк алыш‑биреш йорто), Орск, Яйыҡ, Минзәлә ҡҡ., Сәйет биҫтәһе тора. Эске С. йәрминкә һәм баҙарҙар ҙур роль уйнай. 1850 й. Ырымбур губернаһында 20 ҡала һәм 129 ауыл йәрминкәһе иҫәпләнә, шуларҙың иң эреләре Минзәлә, Бөгөлмә һәм Өфө йәрминкәләре була. Төп С. предметтары — иген, он, ағас, мал, а.х. инвентары. Сауҙагәрҙәр капиталын приискылар һәм рудниктар, сәнәғәт пр‑тиелары, урмандар (ҡара: Эшҡыуарлыҡ эшмәкәрлеге) һатып алыуға һала. Өфө губернаһында С. үҫешенә Ағиҙел һәм Кама йй. пароход суднолары йөрөшөн (ҡара: Йылға транспорты) ойоштороу, тимер юлдар төҙөү, тауар биржалары, банкылар һәм телеграф булдырыу булышлыҡ итә. Магазин һәм лавкалар аша стационар С. үҫеш ала, эре сауҙа йорттары төҙөлә. 20 б. башында губернанан металл һәм унан эшләнгән изделиелар, ҡорал, ҡиммәтле тире, ағас, икмәк, тоҙ, һөнәрселек кәсебе тауарҙары сығарыла; таш күмер, нефть продукттары, текстиль, сәй, шәкәр һ.б. индерелә. Иген һатыу ҙур темптар м‑н үҫешә. 1920 й. авг. АСБР ХКС‑ы ҡарары м‑н ирекле С. тыйыла (ҡара: Хәрби коммунизм), яңы иҡтисади сәйәсәт йылдарында ваҡытлыса рөхсәт ителә. 1930 й. алып СССР‑ҙа дәүләт С. (30‑сы йй. уртаһынан төп урынды биләй) һәм ҡулланыусылар кооперацияһы айырыла. Планлы иҡтисад йылдарында тауар ресурстарын норма б‑са таратыу һәм хаҡ яһалышы дәүләт тарафынан башҡарыла. Баҙар иҡтисадына күскәндән һуң тауар әйләнешендә дәүләт С. өлөшө кәмей, шәхси пр‑тиелар өҫтөнлөк ала. 1994 й. дәүләт С. пр‑тиеларының күпселеге хосусилаштырыла. 1992 й. Башҡортостанда күмәртәләп һәм ваҡлап һатыу С. өлөшө тулайым төбәк продукты дөйөм күләменең 2%‑ын, 2007 й. 12,4%‑ын тәшкил итә. 2008 й. С. пр‑тиелары башҡа пр‑тиеларҙың (ойошмалар) дөйөм һанының — 28,3%‑ын; Рәсәй иҡтисадында респ. ваҡлап һатыу С. өлөшө — 3,1%; бәләкәй предприятиеларҙың күмәртә С. — 58,1%; ваҡлап һатыу 59,4% тәшкил итә. Волга буйы федераль округында БР күмәртә С. әйләнеше б‑са 5‑се, РФ‑та 14‑се урынды (2000 й. әйләнеш 88,9 млрд һум тәшкил итә, 2008 — 399,7, 2009 — 357,8 млрд һум); ваҡлап һатыу б‑са ошоға ярашлы 1‑се һәм 6‑сы урындарҙы (ҡара: табл.) биләй. БР‑ҙың ҡулланыусылар тауарҙары баҙарында С. селтәр структуралары йылдам үҫешә. 1992—2008 йй. БР‑ҙың тышҡы сауҙа әйләнеше 9,3 тапҡырға (ҡара: Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр) арта. С. өсөн белгестәр Рәсәй сауҙа‑иҡт. ун‑тында, Сауҙа‑иҡт. колледжында, Кооператив техникумында һ.б. әҙерләнә.

Әҙәб.: М у ф т и е в Г.Г., А р д а ш о в а О.И., Г а б и т о в Х.Ш. Экономика предприятия торговли. Уфа, 2008.

О.И.Ардашова

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

 

Б а ш ҡ о р т о с т а н д а   в а ҡ л а п   һ а т ы у   с а у ҙ а   ә й л ә н е ш е, млн һум

 

1940*

1950*

1960*

1970

1980

1990

2000

2009

Аҙыҡ-түлек тауарҙары

72,6

175,6

439,6

882,1

1383

2452

25255,9

229231,7

Аҙыҡ-түлек булмаған тауарҙар

48,3

158

424,9

768,4

1469

3250,7

24144

229717,5

Бөтәһе

120,9

333,6

864,5

1650,5

2852

5702,7

40399,9

458949,2

 

* 1961 й. хаҡтар масштабында

 

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора:
Связанные статьи: