Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЙОРТ

Просмотров: 1032

ЙОРТ, команда, идара итеүҙең кантон системаһында иң түбән хәрби-терр. берәмек. 1789 й. ойошторола, 1798 й. 10 апр. указ м‑н раҫлана. Бер нисә ауылдан торған, кантон составына ингән. Й. м‑н йорт старшинаһы етәкселек иткән. Й. һандар м‑н билдәләнгән. 1826 й. Башҡортостанда 375 башҡ. һәм 67 мишәр Й. иҫәпләнгән. 1—2‑се башҡ. һәм 1—5‑се мишәр кантондары составына 7—13 Й., 3—6‑сы, 8‑се, 11—12‑се башҡ. һәм 3‑сө мишәр кантондарына 19—31 Й., 7‑се, 9—10‑сы башҡ. кантондарына 35—48 Й. ингән. Һәр Й. 100—1000 ир‑ат иҫәпләнгән. В.А.Перовскийҙың 1833 й. 13 авг. күрһәтмәһе б‑са йөкләмәләр үтәгәндә килеп тыуған ҡыйынлыҡтар арҡаһында Й. эреләтелә. 1846 й. 247 башҡ. һәм 47 мишәр (Й. 700—1000 ир-ат булған) Й. иҫәпләнгән; 1855 й. 28 кантонда 842878 кешеһе булған 394 Й. (башҡорттар — 480 меңгә яҡын, мишәрҙәр — 111 мең, типтәрҙәр — 252 мең) теркәлгән. “Башҡорттар тураһында положение” б‑са һәм “Башҡорттарға идара итеүҙе хәрби ведомствонан граждандар ведомствоһына күсереү тураһында” Дәүләт Советының 1865 й. 2 июлендәге Ҡарары нигеҙендә Й. бөтөрөлгән, уларҙың төп функцияһы идара итеүҙең улус органдарына тапшырылған.

Ә.З.Әсфәндиәров

Тәрж. И.М.Аҡъюлов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019