Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ҺАН

Просмотров: 1136

ҺАН, предметтарҙың йәки заттарҙың һан яғынан характеристикаһын белдергән грамматик категория. Һ. исемдәргә һәм зат алмаштарына хас, һүҙҙәрҙең башҡа лексик‑грамматик төркөмдәре Һ. синтаксик категорияһына эйә (Һ. формаһы исем һәм зат алмаштары формалары м‑н яраша). Башҡа төрки телдәрҙәге кеүек үк, башҡорт телендә Һ. берлек һәм күплек һандары формаларын берләштерә. Берлек формаһының махсус грамматик күрһәткесе юҡ, морфологик саралар м‑н күрһәтелмәй, берлек мәғәнәһе контекста билдәләнә. Күплек аффиксы ҡабул итмәгән һүҙ мотлаҡ берлек формаһын белдермәй, мәҫ., контекстан сығып, “китап” бер китапты аңлатырға һәм “күп китаптар” мәғәнәһендә ҡулланылырға мөмкин: “Ильяс китап уҡып ултыра”, “Өҫтәл өҫтө китап, дәфтәр менән тулған”. Берлекте белдергән лексик сара сифатында “бер” һүҙен айырып күрһәтергә мөмкин: “Һәр өйҙә тиерлек бер һуғыш ветераны йәшәй”. Был осраҡта уның күп функциялы булыуын иҫәпкә алырға кәрәк: берлек һаны күрһәткесе; төп Һ. булараҡ сығыш яһай; билдәһеҙлек күрһәткесе булараҡ ҡабул ителә. Күплек һан формаһы предметтарҙың, заттарҙың һан яғынан берҙән артыҡ булыуын күрһәтә. Башҡорт телендә күплек һанының түбәндәге төрҙәре айырыла: индивидуаль күплек бер билдә б‑са берләшкән бер төрлө предметтарҙың (заттарҙың) йыйылмаһын белдерә, мәҫ., “уҡыусылар”, “сәскәләр”; коллектив күплек — билдәләре бер төрлө булмаған заттарҙы бер төркөмгә берләштереүҙе аңлата, мәҫ., “Азаматтар” [Азамат һәм уның (дуҫтары, ғаиләһе һ.б.)], “Гүзәлдәр” [Гүзәл һәм уның (...)]. Күплек Һ. мәғәнәһе морфемалар, лексик һәм синтаксик ысулдар м‑н бирелә. Күплек Һ. төп күрһәткесе булып билдәһеҙ күплекте белдергән ‑лар аффиксы сығыш яһай: “балалар”, “ҡыҙҙар”. Күплек һанын лексик ысул м‑н биргәндә һүҙҙең мәғәнәһендә, айырыуса абстракт, йыйыу мәғәнәһен белдергән исемдәрҙә күплек идеяһы була: “бала‑саға”, “он”, “ҡом”; синтаксик ысулда — төп, сама, бүлем һандары: “биш уҡыусы”, “ун—ун биш егет”, “дүртәр студент”; күләм‑дәрәжә рәүештәре: “күп халыҡ”, “байтаҡ тәжрибә”; билдәһеҙлек алмаштары ҡулланыла: “күпме машина”, “нисәмә яҙмыш”. Башҡорт телендә, башҡа төрки телдәрҙәге кеүек үк, тик күплек һанында ғына ҡулланылған исемдәр юҡ. Күплек аффиксы ярҙамында ‑сылыҡ аффикслы абстракт исемдәр, мәҫ., “малсылыҡ”, “йәшелсәселек”, “аҙсылыҡ”; йәмғиәт үҫеше баҫҡыс­тарын белдергән исемдәр, мәҫ., “социализм”, “капитализм”, “коммунизм” һ.б.; төрлө материалдар, объекттар, шыйыҡсалар, металдар яһалмай. Был категориялағы исемдәргә күплек ялғауы ҡушылғанда модаль мәғәнә барлыҡҡа килә: а) продукттарҙың йәки матдәләрҙең бер нисә сорты, төрө: “һуттар”, “иттәр”, “игендәр”; б) нимәнеңдер күп булыуы: “бурандар”, “ямғырҙар”; в) арауыҡта дауамлылыҡ: “саҡрымдар”, “километрҙар”; г) изделие әҙерләнгән сеймал: “алтындар”, “көмөштәр”, “тиреләр” һ.б.

Әҙәб.: Зәйнуллин М.В. Хәҙерге башҡорт әҙәби теле. Морфология. Өфө, 2005; Абдуллина Г.Р. Башҡорт теленең морфологияһы. Стәрлетамаҡ, 2009; Грамматика современного башкирского литературного языка. М., 1981.

Г.Р.Абдуллина

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора: